10:37
Тыңла кәкүк тауышын, әйтер ғүмер ағышын
Башҡорт халҡында йәй башында уҙғарыла торған йола байрамдарының береһе - Кәкүк сәйе. Бар тирә яҡ йәшеллеккә төрөнгәс, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан. Тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторолған, сәй табыны әҙерләнгән. Былар барыһы ла изге ҡошто ризалатыу өсөн башҡарылған. Ҡатындар, күккә ҡарап, йылдың уңышлы, имен килеүен һораған, теләктәр әйткән, күрәҙәлек ҡылған. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡырған. Ҡыҙҙар һылыу егеткә кейәүгә сыҡмаҫмынмы икән тип, кәкүктең күпме саҡырғанын һанағандар. Бер туҡтауһыҙ оҙаҡ саҡырһа – һылыу егеткә, әҙ генә саҡырһа – яман кейәүгә... Әбейҙәр кәкүктән нисә йыл ғүмере барлығын да һорағандар.

Район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре Кәкүк сәйе йолаһын күрһәтеү маҡсатында балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар менән тәбиғәткә сыҡтыҡ. Йола байрамында тәбиғәт, ҡоштар, шифалы үләндәр тураһында һөйләштек, йомаҡ-мәҡәлдәрҙе, кәкүк менән бәйле ырымдарҙы иҫкә төшөрҙөк. Изге ҡоштан илгә бәрәкәт, муллыҡ, тыныслыҡ һораныҡ. Хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар уйнаныҡ. Ҡайтыр ваҡытта тәбиғәткә рәхмәт әйтеп, ҡоштарҙан йәйҙәрҙең матур килеүен, игендең ишелеп уңыуын һорап, ағас төбөнә йола буйынса һөт, ҡатыҡ һалып таралыштыҡ.


Рамзия Зайнуллина, Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1329 | Добавил: РФ | Теги: 2016Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024