11:38
"Уның исеме халҡы күңелендә"
"Улым минең! Кеше ғүмере йылғаларға оҡшаш - һәр кемдең үҙ үҙәне, үҙ ярҙары була. Барлыҡ саф, яҡты шишмәләрҙе үҙеңә йый, сайпылтма, әрәм-шәрәм итмә, ҡәҙерлә. Шулай итһәң генә, ғүмер йылған арығанға көс-дарман бирер, сарсағандың һыуһынын ҡандырыр, алҡынып-тулҡынып, халҡың диңгеҙенә барып ҡушылыр".
(Атайым васыяты)

29 ноябрҙа хөрмәтле яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шакир Мәхиән улы Янбаевҡа 95 йәш тулған булыр ине.

Хөрмәтле китап һөйөүселәр һәм "Бикбулатовская библиотека" төркөмсөләре!

Билдәле яҙыусының яҡты иҫтәлегенә арнап китапхана түбәндәге саралар үткәрә:
- яҙыусының биографияһы һәм "Оҫта хикәйәсе" исемле китап күгәҙмәһе менән таныштырыу;
- беҙҙең биттә яҙыусының ҡыҫҡа хикәйәләре һәм иҫтәлектәре менән танышыу;
- "Янбаев яланы" исемле һүрәт конкурсы (йәш сикләнмәй);
- "Уның исеме халҡы күңелендә" исемле викторина.

Барығыҙҙы ла ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Һеҙҙе эштәрегеҙе, яуаптарығыҙҙы төркөмгә йәки миңә шәхси ебәрегеҙҙе һорайым. Йомғаҡлау 12 декаберҙә буласаҡ.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 435 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024