09:25
"Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға"
Йәйҙең йәмле матур көндәренең береһендә хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Юлдыбай ауылы «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына ошонда тыуып үҫеп сит яҡтарҙа тормош көтөүсе ҡыҙҙарын йыйҙы.

Байрам обе-лискыға сәскә һалыуҙан башланды. Оло инәйҙәр, апайҙар, йәш ҡыҙҙар "Сәхибә" мәсетенә инеп, ил-йорт именлегенә бағышлап доға ҡылды.

Артабан элекке ваҡыттағы һымаҡ йәш ҡыҙҙар, апайҙар, инәйҙәр «Һыу юлы» йолаһы буйынса биҙәкле биҙрәләрен көйәнтәләргә элеп, урам буйлап "Ҡайынтау" шишмәһенә юл тотто. Юл буйына күңелдәрҙе күтәреп Таһир Ишимов гармунда уйнап бейетһә, ҡыҙҙар үҙҙәренең йырлап үҫкән элекке йырҙарын көйләне. Мөлдөрәмә тулы күнәктәрҙәге шишмә һыуынан сәй ҡайнатырға тип ашнаҡсы булып йөрөгән Аллагужина Фәния апай һәм Кунсбаева Роза апай самауырҙарға ҡуҙ һалып та ебәрҙе. Аш-һыу әҙер булғансы ҡунаҡтар сәхнә эргәһендә йыйылышып байрам концертын ҡараны.Концерт барышында сәхнәгә 1945 йылдан 2000 йылдарға тиклем тыуған ҡыҙҙар саҡырылды. Һәр сыҡҡан төркөм ҡыҙҙар тылсымлы сәскәнең тажын өҙөп наказ үтәнеләр. Йәшлек вакыттарындағы йырҙар, таҡмаҡтар йырланылар,бейенеләр, шиғырҙар укынылар, мәктәп йылдарындағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын һәм көләмәстәр һөйләп үттеләр. Шулай уҡ концертты Минибаев Хәйҙәр, Фәрүәз һәм Елена Минибаеваттар, Минибаева Гүзәлиә, Морҙабулатова Эльвира, Иҫәнбаева Элина, Кунсбаева Роза, Морҙабаев Ринат, Таһир Ишимов үҙҙәренең моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән биҙәнеләр.Концерт аҙағында Хөснуллина Рәмзиә Рәүил ҡыҙы ауылдаш ҡыҙҙарын байрам менән ҡотлап үтте.

Ғөмүмән, байрамда ҡатнашыусылар фәҡәт яҡты тәьҫораттар менән тыуған еренән хәҙер донъя көткән ерҙәренә таралышты. Йәшлектәге иптәш ҡыҙҙары менән һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Байрам аҙағында төрлө уйындар ойошторолдо, иҫтәлекле бүләктәр бүләк ителде һәм ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. Буш ҡул менән ҡайтыусылар булманы.

Байрамдағы барлыҡ ҡатнашыусыларға ҡунаҡтарға,ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Барығыҙға ла сәләмәтлек,ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Сараны ойоштороусылар:Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йорто клуб мөдире Минибаев Хәйҙәр һәм художества етәксеһе Минибаева Нәфисә. Сараны алып барыусылар: Минибаева Гүзәлиә һәм Юлдыбай ауылы китапханаһысы Хөснуллина Гөлгөнә. Звукооператор: Миннибаев Фәрүәз.


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 244 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024