Главная » Статьи » Охрана окружающей среды » Семь чудес природы Кугарчинского района

Бишағас тауы - Гора Бишагас
Ата-бабаларыбыҙ ер-һыуҙың ҡәҙерен белгәндәр, Бесәнсе (Хоҙайбирҙин) ауылына тәбиғәттең иҫ киткес матур төйәген һайлағандар. Ауыл мәшһүр Ағиҙел йылғаһының Урал тауҙарынан ағып килеп, үҙенең иң көнъяҡ нөктәһендә дуға яһап төнъяҡҡа боролған, һәм көнъяҡтан ағып килгән бәләкәй Керәүле йылғаһы Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Төнъяҡта, Ағиҙелдең уң яғында, ауылды һыуыҡ елдәрҙән һаҡлап мөһабәт Көнгәк тауы баҫып тора.

Көнъяҡта, үрге зыяраттан башлап Горбат, Знаменка ауылдары ерҙәренә тиклем ҙур майҙанды ауыл халҡы Тибеҙлек тип атаған ерҙәр биләй.

Көнбайыштан, Керәүле йылғаһын ауылға ҡыҫып, Ҡыҙҙар тауы ҡаплап тора.

Ауылдың көнсығыш яғында, ике саҡрым да юҡтыр, ҡупшы Бишағас тауы тора. Был тау бейек тә ҙур ҙа түгел. Уның ауылға ҡараған көнбайыш итәгендә ағаслыҡ. Ошо бәләкәй генә тау битендә тәбиғәттең төрлө зоналарына хас булған үҫемлектәр үҫә. Тауҙың аҫҡы өлөшөндә ҙур бөҙрә ҡайындар үҫһә, өҫтәрәк ғәжәп кәкре-бөкрө кәрлә ҡайындар, уҫаҡ, йүкә, саған, имән ағастары, миләш, йәмшегән, сейә, әлморон ҡыуаҡтары үҫһә, түбәгә яҡын оҙон ҡылған сәсен болғай, тау йыуаһы үҫә. Иртә яҙҙан төрлө төҫтәге умырзая, иҫ китерлек гүзәл сәскәләр һипкән хуш еҫ, матур биҙәктәр кешеләрҙе йәлеп итә.

Бишағастың көнсығыш бите текә. Унда ағас юҡ, тик ҡылған ғына үҫә. Тауҙың шул яғында бер саҡрымдай ерҙә Юлбаш ауылы урынлашҡан.

Өлкән быуын кешеләре элек тауҙа бик күп бурһыҡ һәм һыуһар йәшәуен хәтерләй. Әле лә Бишағастың көнсығыш итәгендә һыуһар өңдәре бар. Уларҙың итрәнсәк оялары янында, кеше һымаҡ баҫып, ҡояш сыҡҡанын ҡаршылап һыҙғырғанын күҙәтеүе үҙе бер мөғжизә.


Ҡыҙҙыр тауы менән Бишағас тауы күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты. Граждандар һуғышы йылдарында Бесәнсе ауылы бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күскән. Ҡыҙылдар Ҡыҙҙар тауында булһа, аҡтар Бишағаста тупланған. Был тауҙарҙа, бигерәк тә Ҡыҙҙар тауында, окоп эҙҙәре һаман да бар. Туптарҙан атҡан йәҙрәләрҙең ауыл өҫтөнән сыйылдап осоп барғанын, ауылда ярылғанын Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да ололар һөйләй торғайнылар. Йәҙрә шартлауҙан ҡалған соҡорҙар ҙа уңалмағайны әле ул саҡта. Ауыл малайҙарының шул йылдарҙа «ҡыҙылдар», «аҡтар» булып уйнауы ошо ваҡиғаларҙан башланғандыр.

Элек яҙғы сәсеү эштәре башланғанға тиклем Бесәнсе, Ялсы, Һапаш, Вәлит, Сайыр, Кәкүк, Түләбәй ауылдарының ир-егеттәре, ҡыҙ-ҡырҡындары һәр йыл бер йома көндө ошо тауға йыйыла торған булған. Уйын-көлкө эңер төшкәнсе дауам итә. Аҙаҡтан үҙ ауылдарына таралышып, йәштәр таң атҡансы күңел асҡан. Бына шул ваҡыттағы ҡара-ҡаршы әйтешеп бейегән таҡмаҡтарҙың береһе (Ихсанова Минибикәнең иҫләүҙәренән яҙып алынды):

Зайым-зайым-зайым
Зайым-зилалайым, - 2 раза.

Һеҙ таҡмаҡ әйтеп алығыҙ
Ә мин бейеп алайым. - 2 р.

Зайым-зайым-зайым
Зайым-зилалайым, - 2 .

Кисә һин уйнамағайның,
Бөгөн мин уйнамайым. - 2 р.

Унда шулай уҡ «Косилка-молотилка», «Түңәрәк» бейеүҙәре ойошторолған.
50 йылдарҙа Бишағастың һөҙәк көнбайыш итәгенең күп өлөшөн һөрөнтө ергә әйләндерҙеләр.
Ошо юл буйында ғына ултырған, ус төбөнә генә һыйырлыҡ ғәжәп матур тауҙы тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлап ҡалдырырға ине.

(Юнир Аҙнағоловтың яҙмаларынан.)


Автор: Ихсанова Гульфия Сибагатовна, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Семь чудес природы Кугарчинского района | Добавил: РФ (20.05.2014)
Просмотров: 1148 | Рейтинг: 5.0/3
Всего комментариев: 0
avatar
Социальные сети
Схема проезда
Контакты
Тел.: (34789) 2-12-60 Email: mukcbs35@mail.ru
453330, РБ,
Кугарчинский р-н, с.Мраково
ул. З.Биишевой, 90.