11:19 «Әсәйҙәрҙе тик тиңләргә мөмкин, йәшәү сығанағы - Ҡояшҡа» | |
Әсәйҙәр көнө айҡанлы, китапханабыҙҙың туған яҡ һәм башҡорт әҙәбиәте бүлегендә «Әсәйҙәрҙе тик тиңләргә мөмкин, йәшәү сығанағы - Ҡояшҡа» тигән, йыр-моңға, күңелле конкурстарға бай кисә уҙҙы. Ҡатнашыусыларыбыҙ ике командаға бүленеп, отҡорлоҡта, зирәклектә, аш-һыу оҫталығы, мода өлкәһендә «көс һынаштылар». “Ҡояшҡайҙар” ҙа “ Ромашкалар” ҙа һыр бирмәне. Әсәйҙәр тураһындағы йырҙар конкурсында ғына «Ҡояшҡайҙар» алдынғылыҡҡа сыҡты. Шулай ҙа, байрам хөрмәтенә, еңелеүселәр булмаһын тип, дуҫлыҡ еңеп ҡуйҙы. Айгөл Абдуллина, Светлана Халикова | |
|
Всего комментариев: 0 | |