Якшимбетово
15.08.2011, 11:36
Деревня Якшимбетово Кара-Кипчакской волости состояла в конце XVIII в. из 17 дворов, имела хутор с 2 дворами, всего - 179 человек. X ревизия показала 27 дворов с 178 жителями. 51 двор и 249 человек было здесь в 1920 г.

В 1842 г. на 131 человека засеяли 480 пудов ярового хлеба.

Асфандияров Анвар Закирович. История сел и деревень Башкортостана.

Яҡшымбәт ауылы
Көйөргәҙе йылғаһы буйында Яҡшыөммәт исемле ҡарт йәшәгән. Уның өс улы булған. Аталары үлгәс, улдарының татыулығы юғала һәм ике улы үҙ төйәген ташлап китергә мәжбүр була. Бер улы Миәкә яғына, ә иң кесе улы 1255 йылдарҙа Майҡы йылғаһының тамағына – Оло Эйектең һул яғына урынлаша һәм был урынды атаһы исеменә арнап Яҡшымбәт тип исемләй. Яҡшымбәт нәҫелдәре бер-береһенә ҡунуҡҡа бара торғандар. "Ярай, туғандарым, хәҙер үҙ аламама ҡайтайым инде”, - тип даңғыр-доңғор итеп ҡайтып киткәндәр.

Бәлки элек беҙҙең ауылды (Яҡшымбәтте) "Алама Таңғыр”, ә Көйөргәҙе районындағы Яҡшымбәтте "Ҡаҙнайыр Таңғыры” тип атап йөрөтөү шунан килеп сыҡҡандыр. 1950 йылдарға саҡлы беҙҙең ауылды тирә-яҡ ауыл ололары "Алама Таңғыр” тип йөрөткәндәр.

Колхоз 1934 тәүге молотилка, самоброска, ат косилкаһы һатып ала. Тәүге трактор – фордзон "Ҡыҙыл йондоҙ” колхозына 1934 йылда килә. Аулдың иң тәүге тракторсыһы Изгин Ғәлимйән Янбай улы була. 1937 йылда "Коммунар” №17 комбайны бирелеп, уға Ҡолтаев Әхмәтбаҡый Мозафар улы ултыра һәм эшләй.

Ауылыбыҙҙың иң тәүге һауынсыһы - Әхмәрова Разия Бәхтиәр ҡыҙы. Разия инәй бик тырыш ударник була һәм 1956 йылда Башҡорт АССРы Верховный советына депутат итеп һайлана.

Колхоз уҫә, алға бара, материал – техник база ла бер аҙ нығый. Малсылыҡ тармағы тейешле кимәлдә үҫеш ала, мәҫәлән, 1936 йылда колхоздың 32 ат, 9 баш һауын һыйыр, 34 баш һарыҡ һәм 18 баш кәзә малы була. Дөрөҫ, тәүҙә колхоз малдары айырым кешеләрҙең (Мәхиән, Иҙрис, Мозафар) һарайында ғына аҫрала, 1937 йылда колхоз малы өсөн ағастан (уның ҡыйығы һалам менән генә ҡаплана) һарай һалалар. Ферма мөдире һайлана – Йомағужа Изгин.
Ул саҡта колхоздың һыйырҙарын да, кәзәләрен дә һауғандар. Һөт колхоздың үҙендә эшкәртелә, ә һөт заводы булмай. Ҡул сепараторы аша ҡаймаҡ айыртыла, ә һөт (айыртылған) бешерелеп, ҡатыҡ,эремсек эшләйҙәр.

ВКП (б)
Байҙар, кулактар ауылды коллективлаштырыуға ҡаршы мөмкин булған бөтә сараларҙы ҡулланып, ҡамасауларға, совет власын ҡаҡшатырға маташалар. Ошондай бик ҡатмарлы шарттарҙа партия төҙөргә тура килә. Иң тәүҙә партияға беҙҙең ауылдан Хсәсәнов Мөхәммәтйән ингән. Уның партияға инеү датаһы 1920 йылға тура килә. Ә 1929 – 1930 йылдарҙа Ғәлин Айытҡол, Абдуллин Ниғмәт һәм Әхмәров Миңнеғәлим Ҡәнзәфәр улын партияға ҡабул итәләр.

Ауылда Ленин идеяһын актив таратыусылар булып танылалар улар. Ошо йылдарҙа Ҡыҙыл Мәсеткә (Мораҡҡа) Ғәлин А. , Әхмәров М. К., Хәсәнов М. М, Абдуллин Н. "он һалдырыу” өсөн пар тирмәненә бик йыш йөрөгәндәр. Асығын әйткәндә, шул осорҙа Мораҡта йәшәүсе политик һөргөсөләр Смолин, Свободин Н. тирмән зонаһында йәшерен һөйләшеүҙәр-кәңәшмәләр үткәргән.

1930 йылда Яҡшымбәт ауылында тәүге партия ячейкаһының төп хужаһы – секретарь итеп Хәсәнов Мөхәммәтйән һайланған, партия ячейкаһының авторитеты бик ҙур булған. Улар иң ауыр шарттарҙа бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндәр. Совет власының тамырын нығытыу, коллективлаштырыу, ер мәсьәләләре, ярлы халыҡҡа ярҙам, мәғрифәтселек (ликбез) һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү партия члендарына төшә. Большевиктарҙың иҫке донъяны яңыса ҡороу планы ҡайһы бер кешеләргә оҡшап етмәй (әлбиттә ярлыларға тугел!!!). Иңсәк (Бикеш) ауылы кулагы Миңлебай ҡарт Әпсәләм кешеһе менән икәүләп Хәсәнов Мөхәммәтйәнде үлтерергә ҡарар итәләр, ләкин уларҙың планы барып сыҡмай. Изгин Бәхтиәр менән Саитбатталов Абзалетдин уларҙың үҙҙәрен туҡмап ҡайтарғандар.

Мөхәмәтйәнгә өс көн буйы өйөндә бикләнеп ултырыға тура килгән. 1934 йылда Хәсәнов Мөхәммәтйән Өфөгә уҡырға саҡырыла. Курсты уңышлы тамамлай һәм уны үҙ районына, Мораҡҡа милицияға эшкә алалар. 1936 йылда милиция начальнигы итеп үрләтәләр. 1941 йылда һуғышҡа алына. 1943 йылда (улы Ғәлимйән дә) февралдә туған илебеҙ азатлығы өсөн батырҙарса һәләк була. Хәсәнов Мөхәммәтән төҙөгән партияның нигеҙе бөгөн дә ныҡ һәм авнгард булып тора.

1941 йылда Яҡшембәт ауылында бөтәһе 43 йорт (хужалыҡ) һуғышҡа 59 кеше китә, 29 кеше вафат булып ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булыусылар иҫтәлегенә ауылда 1987 йылда һәйкәл ҡуйылды. Унда һуғыш яланында вафат булған ауылдаштарҙың исемдәре ташҡа уйылып яҙыла. Батырҙарса һуғышып, яу ҡырынан ҡайта алмағандарға дан!

Ә ауылда һуғыш ваҡытында йәшәүе уғата ауырлаша, эшләү ҡыйынлаша. Бөтә эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға елкәһенә төшә. "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” тигән хөкүмәтебеҙҙең саҡырыуына ауыл халҡы берҙәм ҡушылды һәм эшләне. Һәр хужалыҡ йыл һайын 300-400 һум самаһы заем түләне. Фронтҡа 4 ат, 1 трактор (ЧТЗ) оҙатылды. Изгин Г. Я. үҙе эшләгән тракторы менән һуғышҡа китте.

127 пар бейәләй
695 пар ойоҡ
620 кг кипкән картуф
318 кг сухари, ит, май, йомортҡа, тире фронт өсөн әҙерләп оҙатылды.

Тарих төпкөлөнән
Новопокровканан 1 км самаһы ары "Мораҙым утары” исемле ауыл бар ине. 1939 йылда ул аыуылдың яртыһы Муса ауылына кусә, ә ҡалғандары -

Сафин Усман С.
Сафин Яғафар С.
Хафизов Хаммат
Хафизов Хөрмәт С.
Кәримов Ғилметдин беҙҙең ауылға төпләнгән.

- 1941 йылға тиклем Яҡшымбәттә 56 хужалыҡ булһа, 1989 йылғы бөтә союз переписе мәғлүмәттәренә ҡарағанда 70 хужалыҡ булып, 242 кеше йәшәй.
- 1950 йылға тиклем ауылда тимер түбәле ике генә йорт булған.
- Майҡы йылғаһы башланған урынында (һул яҡлап) "Үрге Майҡы” ауылы бар ине. Ауылда мәктәп, магазин эшләне. Хужалығы, "Заря” колхозы. 1968 йылда йылда Верхняя Майка ауылы бөттө.
- 1905 йылға тиклем ауылда лампа бер кемдә лә булмаған. Өйҙә сыра (йүкә ағасынан) яғып ҡына яҡтырта торған булғандар. Тәү тапҡыр ауылда Сафый Сәйетбатталов кәрәсин лампаһы һатып алған.
- 1931 йылға тиклем ауылда бер генә лә мунса булмаған. Шуға күрә Эйек аша сығып, күрше ауылдың Новониколаевск мунсаһын яғып ингәндәр. Ә бының өсөн мунса хужаһына байтаҡ "күстәнәс” алып барырға тура килгән.

Беренсе бөтә донъя һуғышы
Беренсе бөтә донъя һуғышы (1914 – 1918 йй.) илгә ҙур ҡайғы килтерә. Илебеҙ халыҡтары менән бергә беҙҙең ауыл халҡы ла Тыуған иле өсөн һуғышта бик актив ҡатнаша, улар 28 ауыл кешеһен һуғышҡа оҙата һәм уларҙың 5-һе һуғыш яланында ятып ҡала, 2-һе яраланып ҡайта, 21-е һуғыштан тере әйләнеп ҡайта.

Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ул ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ауылды ла урап үтмәне. Тыуған илебеҙҙең яҙмышын хәл итеү өсөн 59 кеше һуғышҡа оҙатыла. Уларҙың 29-ы һуғышта вафат булып ҡала, ә 30 кешеһе тере әйләнеп ҡайта.

Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булыусылар иҫтәлегенә ауылда 1987 йылда һәйкәл ҡуйылды. Унда һуғыш яланында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙҙың исемдәре ташҡа уйылып яҙылған.

Батырҙарса һуғышып, яу ҡырынан ҡайта алмай һәләк булған ауылдаштарыбыҙға дан!!!

Бәләкәй ауылдың оло яҙмышы
Кем дә булһа 20-30 йыл самаһы ауылда булмаһа – ул ауылды тулыһынса танымаясаҡ. Халыҡ ҙур-ҙур йорттар һала, йорт ҡаралдылары, мал аҫырау өсөн ҙур һарайҙар, һәр кемдең үҙ мунсаһы бар. Йәштәр өсөн совхоз йыл һайын кирбестән өсөшәр бүлмәле дүрт-биш фатир төҙөнө. Йыл һайын еңел машина һатып алалар. Хәҙер ауылда 15-ләп еңел машина иҫәпләнә.

1950 йылға тиклем ауылда юғары белемле бер генә кеше булды (Изгин Зәкир Искәндәр улы – ул Өфөлә эшләне). Бөгөн ауылдың юғары белем менән эшләүселәр һаны 27 кешегә етте. Бик күп йәштәр Мораҡ СПТУ – да уҡып, тракторсы, шофер, электрик һ. б. һөнәрҙәрен алалар. Ауыл район үҙәге – Мораҡ менән шоссе юлы аша тоташҡан.

Ауылым халҡы ҙур байрамға – "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” ға әҙерләнә.

Хужалыҡ тарихынан
Тәүге колхоз "Ҡыҙыл йондоҙ” (1929-1932 йй.). Председателе – Мөхәммәтйән Хәсәнов булған.

1932-1934 йылдарҙа Новониколаевск колхозы менән берләшеп, "Блюхер” исеме бирелгән. Председателдәре – Гайсин (ул Мораҡ ауылынан), Шумилин (ул Назаркино ауылынан) була.

1934-1937 йылдарҙа беҙҙең колхоз Блюхер колхозынан айырыла һәм үҙе айырым колхоз булып ҡала. Колхозға башҡорт яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре "Абзал Таһиров” исеме бирелә. Уның председателдәре (13 ай булып Галин Айытҡол, Мәхәмәтдин Хәсәнов, Ғәзиз Аралбаев эшләй). Абзал Таһиров репрессияға эләгеп, ҡулға алына. 1938 йылда колхозыбыҙға тағы яңы исем ҡушыла – "Боевик”. Уның председателдәре булып Ялал Сәйетбатталов, Усма Сафин эшләй.

Колхозды ҙурайтыу, эреләтеү осоро башлана, өс ауыл бер колхозға берләшә. (Түбәнге Майҡы – "Димитров” колхозы, Новопокровка – "XVI партсъезд” колхозы, Яҡшембәт – "Боевик” колхозы) һәм колхозға Димитров исеме бирелә. Председателдәре Власенко, Вахрушев. 1960 йылдың апрелендә бер нисә колхоз базаһында Күгәрсен совхозы төҙөлә. Беҙҙең колхоз шул совхоздың "Димитров” бүлексәһе була.

1975 йылда Күгәрсен совхозы икегә буленә. Беҙҙең "Димитров” бүлексәһе "Искра” совхозы территорияһына ҡалдырыла.

"Димитров” бүлексәһендә управляющийҙары -
Синтюшкин А. Ф. (1960 – 1971 йй.)
Сурағолов М. (1971 – 1972 йй.)
Хәсәнов М. (1976 – 1979 йй.)
Йәрмөхәмәтов Ғ. Х. (1979 –
Самохвалов В. К.
Изгин М.Г. (1987 –

Хәсәнов Мөхәмәтйән Мәхәмәтйән улы
Ауылдың тәүге "Ҡыҙыл йондоҙ” колхозы (1929 – 1934) председателе итеп һайланған. Хәсәнов М. М. Ауылдың иң тәүге коммунисы, партияға 1920 йылда ингән, тәүге партия яйейкаһы секретары (1930 – 1934 йй.)
1934 йылды Өфөгә уҡыуға саҡыртыла. 1935 йылдан алып милицияға эшкә күсә, 1936 йылда милиция начальнигы итеп үрләтелә.
1941 йылда һуғышҡа китә, ҡыҫҡа сроклы командирҙар курсын бөтөп, фронтта отделение командиры була. 1943 йылдың феврале Мәхәмәтйән ағайҙың ғаиләһе өсөн бик ҡайғылы ай була. Был айҙа Мәхәмәтйән ағай ҙа, улы Хәсәнов Ғәлимйән дә вафат булалар.

Изгин Ғәлимйән Янбай улы
Ауылдың тәүге тракторсыһы 1934 йылда "Ҡыҙыл йондоҙ” колхозы трактор ала. Уның менән Ғәлимйән Янбай улы идара итә. Ғәлимйән Янбай улы тәүге "фарзоп” тракторынан башлап КТЗ, ЧТЗ, газгенератор "Алтай” кеүек тракторҙарҙа эшләгән. Шул яратҡан һөнәренә 41 йыл ғүмерен биргән ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың тәүге көндәрендә үк ул үҙе эшләгән ЧТЗ тракторы менән һуғышҡа китә, тыуған ауылына 1945 йылдың майында ғына ҡайта. "Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, 10 медаль кавалеры ул. 1956 йыл "Почет билдәһе” ордены, "Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ” ордены менән наградлана. Бынан тыш "За освоение целинных земель”, "Участник ВСХВ”, бер нисә знак, "Победитель соревнования”, маҡтау ҡағыҙҙары.

Изгина Разия Бәхтиәр ҡыҙы
Әхмәрова (Изгина) Разия ауылдың иң тәүге һауынсыһы. Ә колхоз фермаһы 1936 йылда ойошторола. Разия апай эшкә бик егәрле булған. Үҙ төркөмдәре һыйырҙарҙы тулыһынса үҙе тәрбиәләй. Бесәнде ҡул салғыһы менән сапҡан, силос һалған, малға ризыҡ ташыған, тиҙәген дә үҙе таҙартҡан, быҙауҙарын да үҙе тәрбиәләгән. Ул районда бер нисә йыл алдынғылар рәтендә булған. 1957 йыл ул 2351 литр һөт һауған. 1958 йылғы йөкләмә – 2600 литр. Тырыш хеҙмәткәре өсөн колхоз уға 6 быҙау, 1 һарыҡ бүләк иткән. Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә булған. Районыбыҙ хеҙмәтсәндәре уның намыҫлы хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, 1959 йылда Башҡорт АССРы Верховный Советына депутат итеп һайлайҙар. Разия апай – район ҡатын-ҡыҙҙарынан Верховный Советҡа тәүге вәкил.

Алибаев Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы
Ауылдың иң абруйлы кешеләренең береһе ул. Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы бөтә ғүмерен йәш быуын тәрбиәләргә, белем биреүгә арнай. Бик күп йәмәғәт эштәре башҡара. 1942 йылдан партия члены, 1955 йылдан алып партия ойошмаһы секретары. Мораҡ ауыл советы депутаты, пропагандист, лектор, агитатор кеүек эштәрҙе лә ҙур оҫталыҡ менән башҡара.
Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы– Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. "Ҡыҙыл йондоҙ” ордены һәм бер нисә медаль менән наградлана. Мәғәриф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн уға "Оличник народного просвещения” исеме бирелә.

Сатлыков Хөснитдин Бәҙретдин улы
Сатлыков Хөснитдин Бәҙретдин улы – ауылыбыҙҙың иң эшһөйәр, йыйнаҡ, ғәҙел, намыҫлы кешеләребеҙҙең береһе. Ул үҙ балаларын да тоғролоҡта тәрбиәләй. "Йүгән тапһағыҙ – алмағыҙ. Хужаһы аты ла бар ине, тип, ат таптырыуы мөмкин. Тоҡ тапһағыҙ ҙа алмағыҙ. Хужаһы белһә, тоҡта оно ла бар бар ине тийеүе мөмкин”, тип әйтә торғайны. Сатлыҡов Х. Б. – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Һуғышта ла дошманға ҡаршы йәнен аямай һуғышҡан. 2 ҡыҙыл байраҡ, дан һәм ҡыҙыл йондоҙ ордендары, 12 медаль, 23 маҡтау ҡағыҙы (Сталин ҡултамғаһы) шул турала һөйләй. Ул башҡорт атлылар дивизияһында һуғышҡан.

Автор: Култаев Хабирьян Махиянович
Материалы предоставила: Ишкильдина Зульфия Хасановна, заведующая Якшимбетовской СБ
Категория: История сёл и деревень | Добавил: РФ
Просмотров: 2998 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024