Осрашайыҡ, туғандар, форсат табып ауыл көнөндә!
08.07.2017, 10:03
Үткән аҙнала ауыл байрамдары Аралбай, Игебай, Мәҡсүт, Үрге Бикҡужа, 2-се Түкәт (Тирмән) ауылдарында һәм Яңы Хвалын утарында ойошторолдо.

Иртүк Юлдыбай ауыл биләмәһе вәкилдәре һәм ауыл әүҙемдәре милли кейемдәрҙә, йыр-моң менән байрамды уртаҡлашырға килгән ҡунаҡтарҙы – район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевты, район Советы рәйесе Айрат Болғаировты ингән ерҙә ҡаршы алды.

Район вәкилдәре, форсат менән файҙаланып, урамдар буйлап үтеп, бында йәшәгән ғаиләләр менән яҡындан танышты. Барыһы ла етди әҙерләнгән: хужалар йорт ҡаралтыларын тәртипкә килтергән, буяған, яңыртҡан, ҡунаҡтар саҡырған, байрам табындарын, ҡул эштәренән күргәҙмәләр әҙерләгән.

Байрам барышында үҙҙәре менән Йәғәфәровтар, Таһировтар, Ишмәтовтар, Рафиҡовтар, Әбүбәкировтар, Исмәғилевтар, Кузьмичевтар, Мәүлетовтар, Казбаковтар, Айытҡоловтар, Вәхитовтар, Ҡунысбаевтар, Кәримовтар, Аралбаевтар һәм Әлимғужиндар таныштырҙы.

Оҙаҡ йылдар буйы һауынсы булып эшләп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, Почет билдәһе ордены менән бүләкләнгән Екатерина Кокурина менән хеҙмәт ветераны, өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнеүсе Ирек Аралбаев (һүрәттә) совхоз данын арттырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Ирек Рәсүл улы тракторсы-машинист һөнәрен Мораҡта үҙләштергәс, тәүҙә Күгәрсен совхозында, ул реорганизацияланғас, “Искра” совхозында ең һыҙғанып эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай, тормошон еңеләйтер өсөн яңы әйберҙәр уйлап сығара, өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл.

- Утарға эшкә килгәндә бында урыҫтарҙың бер нисә һалам башлы өйҙәре генә тора ине. Яңы фатирҙар, совхоз биналары өсөн нигеҙҙе ҡасандыр үҙем экскаваторҙа ҡаҙҙым, утарҙы үҫтереүҙә минең дә өлөшөм бар, тип ғорурланам. Хөкүмәт ул ваҡытта йәштәр өсөн ҡайҙан аҡса тапҡан, нисек торлаҡ һәм эш менән тәьмин иткән, шуға аптырайым. Бөгөн дә шундай ярҙам булһын ине, йәштәргә аяҡҡа баҫыуы ҡыйын. Матур эшләп, матур йәшәнек, бөгөн дә татыубыҙ, киләсәктә лә шулай булһын,- тип хәтирәләре менән бүлеште Ирек Рәсүл улы.

Ҡунаҡтар ауыл халҡы йәшәйеше, хужалар менән яҡындан танышып, үҙ баһаһын биреп, урам осона, йәмле аҡланға йыйылды. Бында балалар һәм йәштәр өсөн спорт саралары (гер күтәреү, ҡул көрәше, арҡан тартышыу, тоҡ менән һуғышыу) ойошторолдо, шунда уҡ эшҡыуарҙар үҙ тауарҙарын тәҡдим итте, бәләкәстәр өсөн аттракциондар эшләне.

Байрам менән барыһын да иң башта Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев ҡотланы.

Ҡотлау һүҙҙәренә шулай уҡ район Советы рәйесе Айрат Болғаиров та ҡушылды, район хакимиәте башлығының ҡотлау адресын уҡып ишеттерҙе. Байрамға килгән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та барыһына ла йылы һүҙҙәрен еткерҙе һәм мәктәпкә бүләккә компьютер тапшырҙы.

Ҡыҫҡартып алынды.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН
Источник - moradimgazeta.wordpress.com
Категория: Праздник села, улицы | Добавил: РФ
Просмотров: 1466 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024