Сорғоттан килгән бүләк
17.11.2012, 14:01
Хикмәтле инде был тормош. "Башҡортостан” гәзите редакцияһы, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи талаптарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләргә башҡорт телендәге китаптар йыйып алып китергә йыйынған бер мәлдә, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылына ҙур ғына бүләк килеп төштө. Йөҙҙән ашыу китапты тыуған ауылына әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында йәшәгән Мөхтәр Сәғитов ебәргән.

— Мөхтәр Вәлиулла улы, байтаҡ йылдар ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәген бер ҙә онотмай, — ти ауыл китапханаһы мөдире Ильяс Сәғитов. — Ауылдың арҙаҡлы кешеләренә арналған стенд эшләргә йыйынғаныбыҙҙы белгәс, үҙ аҡсаһына билдәле шәхестәребеҙҙең төҫлө фотоһүрәттәрен ҙурайтып, улар хаҡында мәғлүмәт туплап, зауыҡлы рамдарға ҡуйып, беҙгә ебәргән. Китаптары фондыбыҙҙы байытты.

Дауыт-Ҡайып ауылы китапханаһында һигеҙ меңдән ашыу китап бар. Былар, әлбиттә, аҙ. Ләкин, әгәр ниндәйҙер әҙәбиәт булмай икән, Ильяс Исмәғил улы уларҙы Мораҡтағы үҙәкләштерелгән район китапханаһынан алып ҡайта.

— Уҡыусыларыбыҙҙың һаны бер осор кәмеп ҡалғайны, — тип һүҙен дауам итә мөдир. — Һуңғы ваҡытта тағы йәнләнеп киттеләр. Дөрөҫ, уҡырға күберәк урта, оло быуын вәкилдәре килә. Йәштәр телевизорҙан зауыҡһыҙ фильмдар ҡарап, компьютерҙа теләһә ниндәй уйын уйнап ваҡытын сарыф итә. Хәҙер бындай мөмкинлек һәр йортта тиерлек бар бит. Ләкин китапҡа, ваҡытлы матбуғатҡа бәләкәйҙән һөйөү тәрбиәләмәйенсә оло хата яһағанын аңлап етмәй хәҙерге ата-әсә.

Уҡыусылар һанын ишәйтеү, балаларҙа ташҡа баҫылған һүҙгә һөйөү уятыу йүнәлешендә бик күп саралар үткәрәләр Дауыт-Ҡайыпта.

— Яҡташ яҙыусыларыбыҙ, ағалы-ҡустылы Венер менән Рәмил Йәнбәктең ижад кисәләрен үткәрҙек. Беҙгә шулай уҡ әҙиптәр Тамара Ғәниева, Әхмәр Үтәбай ҙа килде. Бындай осрашыуҙар китап уҡыусыларҙың күңелендә оҙаҡ йылдарға етерлек йылы тойғо ҡалдыра, — ти әңгәмәсем.
Төрлө темаға арналған күргәҙмә, стендтар ҙа бар китапханала. "Рәсәй тарихы”, "Ғаиләһе ныҡтың — иле ныҡ”, "Йәшлек уты — донъя ҡото” тип исемләнгән, шулай уҡ ошо районда тыуып үҫкән халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға арналған стендтар ҡаршылай бында килгән кешеләрҙе.

— Мөхтәр ағай Сәғитов кеүек ауылыбыҙҙың, унда йәшәгән кешеләрҙең яҙмышына битараф булмаған яҡташтарыбыҙ барҙа китапханабыҙ ҙа йәшәр, Ҡайып та гөрләп торор, — тине Ильяс Сәғитов хушлашҡанда. Уның менән ризалашмау мөмкин дә түгел.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, Күгәрсен районы.
Источник - bashgazet.ru
Категория: Мы в прессе | Добавил: РФ
Просмотров: 1906 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024