17:32
14 декабрь – Башҡорт теле көнө
14 декабрь – Башҡорт теле көнө! Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған тыуған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. "Туған тел!" һүҙе беҙҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туган тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғәиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡадерләп йәшәһен.

Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!


Мадина Хусаинова, главный библиотекарь Сатлыковской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 233 | Добавил: РФ | Теги: Сатлыковская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024