11:08
"Ғаиләм – минең байлығым"
Нуҡай ауыл китапханаһында халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнап "Ғаиләм-минең байлығым" тип аталған сара үтте. Сарала үҙебеҙҙең башҡорт йолаларынан тайпылмайынса, ғөрөф - ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап балалар тәрбиәләгән татыу ғаиләләребеҙ тураһында һүҙ барҙы. Балаларҙа тыуған илгә һөйөү, кешелекле булыу, ололарға һәм тәбиғәткә ихтирамлы булыу тап ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнә лә инде. Сара балаларҙың һүрәт төшөрөү конкурсы менән дауам итте. Улар үҙҙәренең һүрәттәрендә яратҡан кешеләре, иҫтәлекле мәлдәре һәм ата-әсәләренә булған һөйөүҙәрен сағылдырҙылар.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 644 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024