10:50
Ғаилә ул - бәхет!
Ғаилә ул – мөхәббәт,
Ғаилә ул – шатлыҡ,
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ғаилә – ул балалар!
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

Беҙҙең Ялсы моделле китапханаһында ла Ғаилә көнөнә арналған байрам үтте. Байрамға әсәйҙәр саҡырылды, улар араһында биш балаға ғүмер биргән, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Миләүшә апай ҙа булды. Ул беҙгә бәхетле һәм татыу ғаиләнең серҙәрен һәйләне. Балалар әсәйҙәре менән бергәләшеп уйнап, ғаилә тураһында һурәтәр тошороп, бәхет сәскәһенә теләктәр яҙҙылар. Ә байрам аҙағында тәмле сәй эсеп хушлаштылар.


Нурзиля Исмагилова, заведующая Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 4257 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024