10:11
"Ҡартаямы ни һуң йөрәк?"
Көҙҙөң матур бер мәлендә, Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йортонда, Халыҡ-ара Ололар көнөнә арналған, "Ҡартаямы ни һуң йөрәк?" исемле байрам сараһы уҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен.Сараға килгән апай-инәйҙәр, ағайҙар был байрамды донъяға тыныслыҡ, изге теләктәр теләп,доға уҡып үткәрҙеләр. Күңел тулғансы һөйләшеп таралыштылар.

Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы,оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙы ошо Оло байрам менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Добрые дела | Просмотров: 236 | Добавил: РФ | Теги: добрые дела, Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024