09:44
"Атылған йондоҙ"
Моң өҙөлдө, нескә ҡыл өҙөлдө,
Һайрамаҫ та ул ҡош тирәктә.
Моң - зарҙарын алып китә кеше,
Хәтирәләре ҡала йөрәктә.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сафин Ильдар Зиннур улына бағышланған "Атылған йондоҙ" исемле хәтер кисәһенә әсәһе, туғандары, классташтары, ауылдаштары, таныштары йыйылды. Кисә барышында Ильдар Зиннур улы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, уның яратҡан йырҙары, гармун моңдары, шиғыр шәлкеме яңғыраны. Шулай уҡ буласаҡ артистың тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиға сәхнәләштерелде. Стәрлетамаҡ драма театрында эшләгән осоронда төшөрөлгән "Ғәлиәбаныу" спектакле тамашаға тәҡтим ителде. Кисә "Моңдар ҡайтһын ауылыма" йыры менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 562 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024