14:45
Бөйөк Ватан көнө!
Атай-олатайҙарыбыҙҙың илбаҫар дошманды еңеүенең 71 йыллығын ҡаршыланыҡ. Ваҡыт ағымында бәләкәй генә бер тамсы был йылдар. Ныҡлы әҙерлекле дошманға йәне-тәне менән ҡаршы тороп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡалҡаны булған быуындың баһаһын тулы аңлау өсөн артығы менән еткәндер был ваҡыт. Тыуған ил, беҙ - тыуыр балалары өсөн ғүмерҙәрен һалдылар, әммә еңделәр.

1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы һәр бер ғаиләгә ҡағыла. Уның тамамланыуына етмеш бер йыл үтһә лә, тәьҫире әле булһа халыҡ хәтерендә. Беҙ, һуғыштан һуң тыуған быуын, ул йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы, михнәттәрҙе кеше һөйләүенән, китап биттәренән уҡып һәм киноларҙан ҡарап ҡына беләбеҙ.

Байрам көнөндә балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Викторина һорауҙарына яуап биреп, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, рәхәтләнеп бейеп күңел астылар, төрлө сараларҙа ғатнаштылар.

Йәштәр ил тарихын белеп, атай-олатайҙарыбыҙ батырлығы менән ғорурланып үҫергә тейеш. Ата-олатайҙарҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы, тылда эшләүселәрҙең тырышлығы онотолмай, улар халыҡ хәтеренә мәңгелеккә уйылған.


Нурзиля Исмагилова, заведующая Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1337 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024