18:29
"Бала саҡ илендә"
Балам, балам, бал ғынам,
Шыйыҡ ҡына тал ғынам,
Бөтмәҫ мәшәҡәтең менән
Миңә барыбер ял ғынам.
Балам, һин балан ғынам,
Хуш еҫле ялан ғынам.
Илаһаң – ярам ғынам,
Көлгәндә - дауам ғынам.
Зөһрә Ҡотлоғолдина

Нуҡай ауыл китапханаһында халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалар өсөн күңелле "Бала саҡ илендә" тигән сара үтте. Балалар төрлө ҡыҙыҡлы "Кем шәберак", "Өр", "Был китапты кем белә" тигән уйындарҙа бик әүҙем ҡатнаштылар һәм асфальтҡа сағыу һүрәттәр төшөрҙөләр.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр, ҡартатай-өләсәйҙәр һәм ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе иң шатлыҡлы байрамдарҙың береһе – халыҡ-ара балалар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын!


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 383 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024