10:53
Балыбыҙ - байлығыбыҙ
Быйылғы йылда “Китапханалар төнө-2017”гә Мораҡ үҙәк китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәләренең береһе - башҡорт балына арналған матур сара ойошторҙо.

Ҡортсолоҡ - ата-бабаларыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө. Был хаҡта бик күп мөһим мәғлүмәт Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәт итеүсе ғалимдарҙың яҙмаларында һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, ғалим-географ Н.П.Рычков башҡорттарҙың ҡортсолоҡ кәсебен бик оҫта, яратып, күңел биреп башҡарыуҙары хаҡында яҙа: ”Был халыҡтың иң ҙур байлығы - бал ҡорто. Табышлы кәсепте улар шул тиклем оҫта һәм әүәҫ алып бара, ҡортсолоҡ буйынса уларға еткән бүтән халыҡ юҡтыр ... Ысынлап та, Башҡортостандың йәйрәп ятҡан далалары, сәскәле яландары, данлыҡлы йүкә урмандары ҡорт аҫрау өсөн ифрат уңайлы.

Халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлдәренең береһе – бал ҡорто үрсетеү, бал алыу серҙәренә бик аҙҙар ғына эйә булып, уның нескәлеген дѳрѳҫ аңлап эш итә. Шуға күрә умартасылыҡҡа тотонғандарҙың барыһынан да түҙемлек, оҫталыҡ талап ителә. Уҡыусылар, бигерәк тә малайҙар, кесе йәштән үк был һѳнәр тураһында белеп, уға ылығып үҫһен тигән ниәт менән был сараға Мораҡ ауылында йәшәүсе Зәйнуллин Зөфәр Хисмәт улы саҡырылды. Ул байтаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе кеше булараҡ, халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлдәренең береһе – бал ҡорто үрсетеү, бал алыу серҙәренең нескәлектәрен аңлатты. Бушҡа ғына халыҡ та бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар, тип әйтмәгән шул.

Күңелеңде биреп, бар тырышлығыңды һалып эшләгәндә генә балдың татын тойорға ла, хеҙмәтеңдең йәмен табып, табышын да алырға була икәнлеген һөйләне. Шулай уҡ төрлө ҡиммәтле продукт һәм сеймал сығанағы булараҡ, ҡортсолоҡ халыҡ өсөн дә, илебеҙ иҡтисады өсөн дә оло әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөфәр Хисмәт улы. Ул алып килгән умарта һәм умартасылыҡ ҡорамалдары, кейемдәре, кәрәҙле бал, прополис «Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар» исемле китаптар, журналдар һәм фотолар күргәҙмәһен тағы ла тулылындырып ебәрҙе.

Башҡорт балының донъя кимәлендә ҙур урын биләүен, матди мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө икәнлеген иҫбатланыҡ.
Ҡунаҡтар сәскәле бал, һитәле бал, ҡомаҡҡан бал һәм баллы тәмлекәстәр менән шифалы үләндәр ҡушып бешерелгән еҫле сәй менән һыйландылыр.


Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Зәйнуллина Р.М
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 902 | Добавил: РФ | Теги: 2017Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024