19:44
«Башҡорт теле – шөкөр тел»
Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ.

Марафонға старт 7 декабрҙә бирелде. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).

Беҙҙең Яны Хвалын,Юлдыбай hәм Һатлыҡ ауыл китапханалары ла ошо сараға ҡушыла һәм дуртенсе аҙымды - «Башҡорт теле – шөкөр тел» төшөнсәһенә бағышлай.

Был сараға Юлдыбай ауыл биләмәhенең өс ауылынан хөрмәтле ҡунаҡтар,уҡыусылар,илем,халҡым,телем тип йән атыусылар Яңы Хвалын китапханаhына саҡырылғайны.

Байрам Мифтахетдин Аҡмулланың , үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ -тәрбиә нигеҙе тыуҙырып, халыҡҡа өгөт-нәсихәт итеп яҙылған шиғриәт юлдары, “Нәсихәттәр”ҙе уҡыу менән башланып китте. Әйтерһең дә ул был һүҙҙәрҙе халыҡ күңеленә рухи хазина итеп ҡалдырған.

Сараның беренсе бүлегендә китапханасылар билдәле шағирҙың тормош, ижад юлы менән таныштырып үтте, ә икенсе бүлегендә “Нимә ул шөкөр итеү ?” һәм уның төрҙәре тураһында һөйләнелде. Сара аҙағында ҡатнашыусылар китап күргәҙмәһе hәм ҡул эштәре күргәҙмәhе менән таныштылар. Байрамға hәр ҡунаҡ үҙ күстәнәсе менән килгән ине. Сараны китапхананың даими уҡыусыhы Аралбаева Динә «Әлифба» тигән йыр менән башлап ебәрҙе. Халилова Рима инәй менән Кильсенбаева Әсмә апай, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәрен" уҡып ишеттерhә, Минибаева Гүзәлия өләсәhенең үҙе яҙған шиғырҙары менән таныштырып китте hәм үҙенең моңло ла дәртле лә тауышы менән «Аллаға шөкөр» исемле йырын бүләк итте. Музафаров Нәсим уҙ сиратында башҡорт көйҙәрен өҙҙөрөп баянда уйнаhа, Псянчина Мәҙинә апай шөкөр итеу тураhында үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡып, яңы ғына баҫтырып сығарылған шиғырҙар китабын Яңы Хвалын китапханаhына уҡыусылар «хөкөмөнә» тапшырҙы, ҙур рәхмәт уға.

Ә Алламоратова Зөлфирә апай үҙенең оҫталығы hәм таhыллыгы менан барыhын да таң ҡалдырҙы. Ул үҙенең ҡул эштәрен күргәҙмәгә алып килгән ине, унда нимәләр гена юҡ: ырғак менән бәйләнгән япмалар, биҙәкләп бәйләнгән бейәләй-нәскейҙәр, хатта заманаhына ярашлы 3D тип аталган плед та бар ине. Зөлфирә апай «Мин башҡорт телендә hөйләшәм» тигән йыр йырлап тамамланы сығышын.

Китапханаға дин әhеле Рәсимә апай Ҡунысбаева ла саҡырылғайны. Ул беҙгә бик йөкмәткеле итеп шөкөр итеүҙең нисә төрө булыуын аңлатты, Ҡөръән Кәримдән аяттар уҡып ишеттерҙе.

Бар булған сығыштар төрлө уйындар, конкурстар, тыуған тел, ил тураhында йомаҡтар, тиҙәйткестәр hәм көләмәстәр менән үрелеп барҙы.

«Бөгөнгө көндә, шөкөр, hуғыш, аслыҡ юҡ. Аллаға шөкөр, эшебеҙ, йәшәргә урыныбыҙ, динебеҙ, мәсетебез, туған телебеҙ, милләтебеҙ бар. Шуларҙан ҡәнәғәт булып йәшәйек» - тип hүҙҙәpен йомғакланы китапханасылар.


Мадина Хусаинова, главный библиотекарь Сатлыковской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 258 | Добавил: РФ | Теги: Сатлыковская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024