12:02
Батыр хаҡында һүҙ
Салауаттың утлы рухы
Йәш күңелдәргә тулһын.
(Р. Ураҡсина)

16 июнь - халҡыбыҙҙың милли геройы, һүнмәҫ рухы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Салауат ҡаһарман яугир генә түгел, нескә күңелле тәбиғәт балаһы, тыуған ерен сикһеҙ яратҡан йырсы ла.

Тәүәкән ауыл моделле китапханаһында Салауат Юлаевтың ижадына арнап әҙәби сәғәт уҙҙы. Халҡыбыҙҙың данлы шәхесенең тормошондағы мөһим ваҡиғаларға, шиғырҙарына байҡау яһалды. "Легендар Салауат" викторинаһы һорауҙарына яуаптар бирелде. Ребус сисеү, "Батыр хаҡында һүҙ" китап күргәҙмәһе менән танышыу ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Яңы заман, яңы батырҙар тыуҙыра, әммә быуындан-быуынға мираҫ булып күсә килгән изге исем - Салауат батыр образы - мәңге тере, мәңге йәш көйө ҡала.


Ляля Саитбаталова, главный библиотекарь Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1074 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024