09:34
"Донъя ҡото – ҡатын-ҡыҙ"
Нуҡай ауыл китапханаһында халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә арнап "Донъя ҡото - ҡатын-ҡыҙ" тип аталған тематик кисә үтте. Кисәлә ауыл ерендә йәшәгән төрлө һөнәр башҡарған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Улар үҙҙәренең нисек ауыл ерендә тормош башлап йәшәп китеүҙәрен иҫкә алдылар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһының да күңелдәрендә тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә булған ихтирам һәм һөйәү ярылып ята. Шуның өсөн дә ауыл ерен һайлағандар ҙа инде. Ниндәй генә эш урындарында эшләһәләр ҙә үҙҙәренең ғаиләләрен дә, баҡсаларын да, кәртә-ҡураларын да, мал-тыуарҙарын да ҡарарға өлгөрәләр һәм күтәренке кәйеф менән йылмайып - көлөп ғүмер итәләр. Кисәлә лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ матур шиғырҙар уҡынылар, йырҙар башҡарҙылар һәм үҙ-ара аш-һыу бешереү, бәйләм бәйләү серҙәрен уртаҡлаштылар.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 696 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024