10:51
Һеҙҙең менән донъя йәмле!
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре,
Был тормоштоң таймаҫ терәге.
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең,
Бөтә кешелектең йөрәге.


Яҙ ҡояшы нуҙарын ергә һибеп, бар тәбиғәт уянған мәлдә, халыҡ-ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө байрамы билдәләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар күңел йылыһын йомарт өләшеп, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлап тороусылар.

Тәүәкән ауылының мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәүәҫкәрҙәр, гүзәл заттарыбыҙға бағышланған ҙур концерт программаһы менән сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы данланы. Бай йөкмәткеле сараны ойоштороп, зал тулы тамашасы хөкөмөнә мәҙәниәт йорто директоры Гөлдәр Әбдрәхимова сығарҙы. Ҡотлауҙар, теләктәр, йылы алҡыштар байрам кәйефе бүләк итте.


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 923 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024