11:54
Һүҙем йәшәр әле илемдә
Ҡурай сәскәһе ете таж,
Нигеҙе-ете ырыу.

Күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1982), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988) Рәми Ғарипов милли символикабыҙҙағыса ете ырыу берҙәмлеген аңлатҡан ҡурай сәскәһеләй ете бөртөк шиғыр китабын ҡалдырҙы. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте сығарған “Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” тигән китап та ете бүлектән тора. Халҡыбыҙ һөйөүен яулаған поэтик ҡомартҡылары–ете ырыуҙы бергә туплаусы “Урал йөрәге”н хәтерләтә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 85 йыл. Был уңайҙан шағирҙың тыуған көнөнә арналған асыҡ республика тасуири уҡыусылар видеоконкурсы үтте. Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадына республика һәм Рәсәй халҡының ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, тасуири уҡыусыларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү булһа, был әҙәби проектты ойоштороусылар-Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Салауат Юлаев вариҫтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты.

Был конкурста беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы: Тәүәкән ауыл моделле китапхана хеҙмәткәре Сәйетбатталова Ләлә Нурулла ҡыҙы, Сапыҡ ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Сәйетҡолова Элиза Васильевна авторҙың шиғырҙарын уҡып видеоға төшөрҙө һәм конкурс сәхифәһенә һалды.

Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған халыҡ шағирына халыҡ һөйөүенең сиге юҡ.


Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәре Зәйнуллина Р.М
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1069 | Добавил: РФ | Теги: 2017Центральная районная библиотека, С книгой по жизни-2017 | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024