10:23
"Ҡәҙерле әсәйем"
Нуҡай ауыл китапханаһында әсәйҙәр көнөнә арналған "Ҡәҙерле әсәйем" тип аталған ижади сара үтте. Аҡкильдина Сабина, Әбйәлилова Лиана, Әмирова Русалина, Китикова Нәргизә, Әфлятунова Физәлия һәм Мырҙабулатов Йыһангир һүрәт конкурсында әүҙем ҡатнаштылар. Улар үҙҙәренең һүрәттәренә матур шиғырҙар йәбештереп әсәләренә буләк эҙерләнелар. Иң матур һүрәт Аҡкильдина Сабинаныҡы тип билдәләнде.

Китапханасы уҡыусыларҙы байрамдың тарихы һәм "Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта" тигән китап кәштәһе менән таныштырып үтте. Балалар И.Ноғмановтың "Әсәйгә бүләк", М.Хисамованың "Ҡайҙа ҡастың ҡояшым", Ф.Ғөбәйҙуллинаның "Әсәйем ҡояш икән" тигән китаптарҙан үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙарҙы һәм хикәйәләрҙе уҡып үттеләр.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 277 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024