20:00
“Ете аҙым” марафоны башланды
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Ошо билдәле ваҡиғаларға арналған, “Ете аҙым” марафонын Һатлыҡ, Новохвалын, Юлдыбай китапханасылары берлектә дүртенсе аҙымы "Башҡорт теле - шөкөр тел" исемле сара менән дауам иттеләр.

Бөйөк аҡыл эйәһе, шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы менән Розалия Кутлугильдина таныштырып үтте. Мәҙинә Хөсәйенова мәҡәлдәр әйтһә, Гөлгөнә Хуснуллина сарала ҡатнашыусыларға уйындар уйнатты. Сараны Аралбаева Динә "Әлифба", Миңлебаева Гүзәлиә "Аллаға шөкөр" тигән матур йырҙары менән биҙәнеләр. Музафаров Нэсимден баянда ауыл көйҙәре күңелгә май булып ятты. Кильсенбаева Асма, Халилова Римма апайҙар, Аҡмулланың нәсихәттәрен уҡынылар. Рәсимә апай кешенең тормошҡа шөкөр итеп йәшәй белеү тураһында һөйләне. Алламуратова Зөлфирә: башҡорт теленең бик бай, мөһим, бөгөнгө көндә "модно" икәнен аңлатып "Башҡорт телендә һөйләшәм" тигән йыры күңелдәребеҙгә тағыла йылы өҫтәне. Үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡлап, шөкөр итеп алдағы тормошҡа изге, яҡты өмөт менән ҡарайыҡ.


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 308 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024