10:51
Фәһемле ижад
...Алыштан ситтә ҡалмайыҡ,
Беҙҙең ундай саҡ түгел.
Йәшендәрҙе йәшнәтәйек,
Беҙ ебегән зат түгел

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берәй сараға,концертҡа әҙерләнгән саҡта, мин һәр ваҡыт уларға Фәйзи Ғүмәровтың шиғыр китаптарын тәҡдим итәм, сөнки унда һәр саҡ актуаль булған темаларға ҡыҙыҡлы шиғырҙар, эпиграммалар, пародиялар һәм фельетондар табырға мөмкин. Хоҙайбирҙин ауыл китапханаһында 11 дана шиғри йыйынтыҡтары булған әҙипкә быйыл март айында, тыуыуына 90 йылда булып киткән икән.

Яҙыусыларҙың күбеһе ауылда тыуып үҫһә лә, ҡалаларҙа йәшәй. Әммә Фәйзи Ғүмәров ауылда тыуып үҫеп, шунда ҡанат нығытып, төпләнеп ҡалыусы яҙыусыларыбыҙҙың береһе ул. 18 йәштә һалдат кейеме кейә, Япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Силәбе-40 тигән зонала хеҙмәтен дауам итә. Ошо ҡәһәрле, радиациялы ерҙә булыу, йылдар үткәс, үҙенең ағыулы уғын иҫкә төшөрә: ул дауалап булғыһыҙ сир менән ваҡытынан алда арабыҙҙан китеп барҙы.

Әммә ул үҙ ғүмерен үкенерлек итеп йәшәмәне. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас уҡ журналистика юлына аяҡ баҫа. Хаҡлы ялға туҡтағансы - тыуған ере - Стәрлебаш район гәзитенең мөхәррире вазифаһын башҡара. Юмор һәм сатира уның бөтә әҫәрҙәренең дә төп үҙенсәлектәре. Ул һәр төрлө бюрократ, ялағай, эскесе, маҡтансыҡ, ялҡау һәм әрәмтамаҡтарҙан әсе көлә.

Фәйзи Ғүмәров әҫәрҙәре йылдар үткәс тә иҫкермәҫ, үҙ ҡиммәтен юғалтмаҫ, сөнки улар ҡайнап торған халыҡ тормошона бәйле ижад ителгән.

Фольклор ансамбле үҙешмәкәр түңәрәгенә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар алдында Фәйзи Ғүмәров ижады буйынса әңгәмә үткәрҙем.


Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1164 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024