09:58
"Гүзәл заттар - тормош биҙәге"
Нуҡай ауыл китапханаһында әсәләр көнөнә арналған "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" тип аталған сара үтте. Әсәләр көнөнә ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары саҡырылды. Оло инәйҙәр үҙҙәренең тормош тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Үҫтергән баларын тәрбиәләүҙәре, йәштәрҙе нисек оҫта ғына итеп эшкә өйрәтеүҙәре, ғүмер юлдарында осраған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләп алдылар. Ә йәш әсәйҙәр хәҙерге заман шарттарында балаларҙы нисек тәрбиәләү, уҡытыу тураһында фекер алыштылар.

Китапханасы Рәмзилә Хисаметдинованың "Әсә һүҙе", "Әсәйем ризалығы", "Өләсәйем", Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Беләм, әсәй", "Әсә балаһы" шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сара сәй эсеү менән тамамланды.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 646 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024