16:24
"Ил батыры Салауат"
16 июнь халыҡыбыҙҙың батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Ошо билдәле көнгә бағышлап йәйге лагерь "Йәйләү"ҙә ауыл китапханасыһы балалар өсөн "Ил батыры Салауат" исемле мөғжизәләр яланы уйыны үткәрҙе. Сара алдынан сәсән, шағир, батырҙың тормошона һәм ижадына бағышланған китап күргәҙмәһе менән танышып үттеләр. Был күргәҙмәлә Виктор Сидоровтың, Инна Гвоздикованың, Радик Вахитовтың, Морат Рахимҡоловтың, Динә Мырҙаҡаеваның, Айҙар Буранғоловтың, Мираҫ Иҙелбаевтың, Аҫылғужа Бағомановтың Степан Злобиндың һәм Салауат Юлаевтың китаптары урын алды.

Беренсе өс уйынсы Киленбаева Руфина, Сафин Данир, Сафина Нәркәс араһынан Сафина Нәркәс еңеүсеһе булды. Икенсе өс уйынсы Ишаева Мәликә, Кутлугужина Ильнара, Сафин Фәдис араһынан Кутлугужина Ильнара еңеүсе булып сыҡты. Өсөнсө өс уйынсы Басырова Розалина, Ишимов Рәлиф, Иждавлетова Эльвира булдылар һәм еңеүсе Эльвира булып сыҡты. Финалға сыҡҡандарҙың араһынан суперуйынға Иждавлетова Эльвира сыҡты. Бөтәһе лә тамлекәстәр менән бүләкләнделәр.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1105 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024