13:01
Ижадтарымда-тормош асылы
Шағирәнең үҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ осрашып, улар алдында ижад емештәре менән уртаҡлашып, шиғыр байрамдары үткәреү ике яҡҡа ла файҙалы ла, фәһемле лә. Яҙҙың беренсе көнөндә Мораҡ район үҙәк китапханаһында һәүәҫкәр шағирә Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаның “Ижадтарымда-тормош асылы” тип аталған әҙәби кисә үтте.

Зөлфиә Хәйбуллина Күгәрсен ауылында тыуып үҫеп, ошо ауылда йәшәй. 37 йыл Күгәрсен урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә, юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы. Өс бала әсәһе. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә тик ултырмай - ауыл мәҙәниәт йортонда режиссер вазифаһын етәкләй.

Йәмғиәт эштәренең уртаһында ҡайнай, Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын да башҡара. Буш ваҡыттарында бәйләргә, сигергә, китаптар уҡырға ярата. Байрамдар өсөн сценарийҙар яҙыу, спектаклдәр, төрлө мәҙәни саралар үткәреү – Зөлфиә апайҙың яратҡан шөғөлө. ”Бәхетлемен”, “Бу жиргә мин юкка килмәгәнмен”, “Күгәрченем-алтын бишегем”китаптар авторы. Саф татар телендә ижад итеүселәрҙең береһе бит ул.

Шиғырҙары тормоштоң үҙе һымаҡ, бер ҡарауҙа ябай ҙа һәм мәңге төшөнөп бөтмәҫлек серле лә, ҡатмарлы ла. Тәүге ике шиғырҙар шәлкемендә тыуған яҡтың хозур тәбиғәтенә, зәңгәр һауаһына, киң яландарына һоҡланыуын яҙһа, “Күгәрченем-алтын бишегем” китабында Күгәрсен ауылының данлыҡлы, эшһөйәр, намыҫлы ул һәм ҡыҙҙары, ағинәйҙәре һәм һөйөклө балалары тураһында бәйән итә.

Шиғырҙары, хикәйә – очерктары, мәҡәләләре республика, район гәзиттәрендә, “Әллүки” журналында ла йыш баҫылып тора. Ҡайһы бер шиғырҙарына көй ҙә яҙылған. Шулай тыуған яғынан көс-дәрт алып ҙур маҡсаттар менән йәшәй Зөлфиә Хәйбуллина. Ә китаптары үҙ уҡыусыларын табыр, тип ышанабыҙ. Артабан да үҙ тауышығыҙҙы, әйтер һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Уңыштар һеҙгә!


Мораҡ район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре Зәйнуллина Р.М, Халиҡова С.З.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1122 | Добавил: РФ | Теги: 2017Центральная районная библиотека | Рейтинг: 4.5/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024