10:59
"Һөйөклө туған телем"
Тел йәшәһә, милләт тә йәшәй. Һәр заманда ла тел һағында, ил һағында торған арҙаҡлы шәхестәребеҙ булған һәм бар: Аҡмулла, З.Вәлиди, Ш.Бабич, З.Биишева, Р.Ғарипов, Р.Бикбаев, Ф.Хисаметдинова, Г.Ситдыҡова...

Мәҡсүт урта мәктәбендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр" ойошмаһы һәм ауыл китапханаһы менән берлектә ҙур сара - башҡорт теле көнө үткәрелде. Балалар тел тураһында төрлө шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙеләр.

Сарала беҙҙең ауылдашыбыҙ уҡытыусы, шағир Алсынбаев Хәким Ғәлийән улы ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Ул сығышында үҙенең яңы шиғырҙары менән таныштырҙы. Ағинәйҙәрҙең фәһемле һүҙҙәре, кәңәштәре, туған телебеҙ тураһындағы мәғлүмәттәре уҡыусыларға бик файҙалы булды, ә шиғырҙары, йырҙары, таҡмаҡтары сараға йәм өҫтәне. Осрашыу ҡунаҡтар, уҡыусылар менән бергә Рәми Ғариповтың Туған тел шиғырын уҡыу флешмобы менән тамамланды.

Шулай итеп, был көн уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр, туған телебеҙгә һөйөүҙәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыр тип ышанғы килә.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 538 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024