09:55
Йәмле байрам - һабантуй!
Яландарҙа һабантуйҙар гөрләй,
Йәш егеттәр һуҙа гармунын.
Яңғыратып елдәр алып китә
Алыҫтарға гармундар моңон!

Йыл һайын беҙ-мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе һәм мәҙәниәт бүлеге менән берлектә, яҙғы сәсеү байрамы - һабантуйында ҡатнашабыҙ. Быйыл да ошо ғәҙәттән ситкә тайпылмайса алдан уҡ әҙерләндек, районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге менән берлектә милли кейемдәр парадында һәм һабантуйға әҙерләнгән концертта беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортоноң "Бесәнсе" фольклор ансамбле лә ҡатнашты.

Ауыл биләмәһе ҡорған тирмәне эсле-тышлы биҙәнек, данлы яҡташтарыбыҙ:Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Фәттәх Шамгуловтарға арналған күргәҙмәләрҙе эшләнек. Тирмә эсенә ҡуйылған өҫтәлгә милли аш-һыуҙар бешереп алып килдек.

Тирмәнең биҙәлешен, өҫтәлдәге аш-һыуҙарҙың төрлөлөгөн тикшереүсе жюри ағзаларын "Ҡунаҡ ҡаршылау" йолаһын күрһәтеп, таҡмаҡтар йырлап ҡаршы алдыҡ. Һәм беҙҙең Ялсы ауыл биләмәһенең тирмәһе почетлы 3-сө урын алды. Бөтә ҡатнашыусыларға афарин тип әйтәһе генә ҡала.


Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1617 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024