09:40
Йөрәгендә еренең йәмдәре
Башҡорт әҙәбиәтендә - шағир һәм прозабыҙҙың бәрәкәтле тупрағына кинәнеп сәсмә әҫәрҙәр сәсеүсе Барый Ноғоманов исемле яҙыусы бар. 8 апарелдә - күберәген шағир булараҡ танылыу алған әҙипкә, 80 йәш тулып уҙҙы. 1979 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.

Башта балалар тураһында һәм балалар өсөн яҙа. Бер нисә йыл "Башҡортостан пионеры" газетаһы редакцияһында, һуңынан республика радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитетында, "Ағиҙел" журналы редакцияһында эшләй. Барый Ноғоманов тәржемә менән дә шөғөлләнә.

Кемдәрҙер уның прозаға тартылыуын хуп күрәлер, ә шулай ҙа уның тәрән фекерле, ҡабатланмаҫ лирик шиғырҙары, сәсәндәрсә янып ярһып ижад иткән поэмалары һағындыра.

Беҙҙең китапханала уның 12 китабы бар: 4-һе балалар өсөн, 4-һе шиғри йыйынтыҡтар, 4-һе ололар өсөн проза әҫәрҙәре. Миңә уның бигерәк тә "Мәсет" тигән поэмаһы оҡшаны; шуға күрә лә йома көнө, оло йәштәге, иман йортона йөрөүсе ауылдаштарыма ошо оло әҙиптең тормош юлы һәм ижады хаҡында һөйләп, "Мәсет" поэмаһын ҡысҡырып уҡып, фекер алышыу үткәрҙем.

Мәсеткә алып барған яҙыусының китаптарын, яҙҙырып уҡырға алдылар һәм барыһы ла ошо саранан ҡәнәғәт ҡалдылар.


Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1128 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024