21:27
Яҙғы шиғриәт
29 апрель көнө беҙҙең Мәҡсүт ауылы модель китапханаһында йәш шағир Хәким Алсынбаев менән осрашыу үткәрелде.

Осрашыу бик йәнле барҙы, авторҙың тормош юлы, ижады хаҡында йөкмәткеле һөйләшеү булды. Биш бала атаһы Хәким Алсынбаевтың шиғриәте лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның ижады менән барлыҡ уҡыусылар ҙа яҡшы таныш ине. Артабан һүҙ шағирҙың үҙенә бирелде.


Барыһы ла автор башҡарыуында шиғырҙарҙы тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Тыуған илгә, фәлсәфәүи уйҙар менән һуғарылған шиғырҙар һәр кемдең куңеленә хуш килде. Йәш шағирға матур теләктәр, алдағы тормошонда тағы ла ижади үрҙәр теләп, рәхмәт әйтеп, оҙаттылар. Ауыл хаҡимиәте исеменән осрашыу иҫтәлегенә бүләк тапшырҙылар.

Шиғриәт кисәһе тәмле сәй табынында йылы һөйләшеү менән тамамланды.
Кемгә нисектер, беҙгә иһә осрашыу ваҡыты етмәй ҙә ҡалған кеүек тойолдо.

Китапхана мөдире А. Килмөхәмәтова.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1524 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024