09:44
«Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин»
Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым,
Тыуған илем – Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә,
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына йөҙ йыл тыуыу айҡанлы Нуҡай ауыл китапханаһында "Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин" тип аталған әҙәби кисә үтте. Китапханасы шағирәнең тыуған ере, тормошо һәм ижады менән таныщтырып үтте. Китап һөйөүселәр уның күңел йылыһы менән яҙылған шиғырҙарында, поэмаларында, повестарында тыуған илде һөйөүе, ерҙәге матурлыҡты күрә белеүенә һоҡландылар. Күренекле шағирәнең «Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин», «Аҫылташтар илендә» китаптар йыйынтығында яҙылған шиғырҙар һәм "Әсә һулышы" поэмаһы менән таныштылар һәм уҡынылар.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 510 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024