20:22
Көҙгө каникул
Бикбулат ауылында балаларҙың көҙгө каникулы бик күңелле һәм әһәмиәтле үтте. Ауыл китапханаһында көндә саралар үткәрелеп торолдо. Тәүге көндә башланғыс синыфтар өсөн китапхана буйлап сәйәхәт үткәрелде. Уҡыусылар китап күргәҙмәләре менән танышып үттеләр. Бигерәк тә « Мәҙәниәт – үҫеш сығанағы», «Мостай Кәрим – беҙҙең күңелдәрҙә», « Ауылыбыҙ ғорурлығы – Ш.Янбаев», «Изгеләрҙән – изге ислам дине», фотокүргәҙмә - «Тыуған ауылымдың тәбиғәте» оҡшаны. «Бәлә башҡа төшмәһен» наркоманияға, эскелеккә, тәмәке тартыуға ҡаршы ойошторолған күргәҙмә эргәһендә балаларға ентекле аңлатыу эше алып барылды.

Балаларҙың һүрәт күргәҙмәһе «Беҙҙең рассамдар» күңелдәренә хуш килде. «Иман нуры», «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенең теҙмәһе, эштәре менән таныштылар. Китапхана фондында 9 меңдән ашыу китап булыуы һәм һәр китаптың үҙ урыны булыуы балаларҙы ғәжәпләндерҙе. Китапханасы китапхана нескәлектәренә өйрәтте, ҡағиҙәләр менән таныштылар, китаптарҙы һаҡсылыҡ, тәртипле кәрәклеген балалар үҙҙәре ук һөйләп бирҙеләр. Сәйәхәт аҙағында балалар ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Сәйәхәт саф һауала хәрәкәтле уйындар менән тамаланды.


Икенсе көн балалар «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә гәзиттән кәрзин үреүҙе үҙләштерҙеләр. Шашка, шахмат уйынына шәп уйынсылар ҙа, ҡулдарына тәүгә шашка алыусылар ҙа килде. Иң оҫта уйынсы тип Өфө ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтыусы Дим Баймырҙин танылды. Ул Өфө музыка мәктәбенең 6-сы класында уҡый. «Иман нуры» түңәрәгендә Мөхәррәм айы, Ғәшүрә көнө кеүек ислам динендәге изге көндәр, айҙар менән таныштылар. Каникулдың аҙаҡҡы көнөндә Берҙәмлек көнөнә бағышланған «Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ» тип аталған викторина үтте. Дөрөҫ һәм тулы итеп яуап биреүселәр тип 3-сө класс уҡыусыһы Алтынай Сафина менән 7-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Тимербаева танылды.

Ауыл мәҙәниәтенең йәш һәүәҫкәрҙе- Алтынай Сафина, Самат Аслаев, Рамзан Кинйәбаев, Мәликә Фәттәхова, Ильназ Кинйәбаев, Әминә Ғилманова (3-сө кластар). Театр түңәрәге артистары Сәбилә Малышева, Гөлсәсәк Солтанморатова һәм етәкселәре Нәзилә Сафина мәҙәниәт йортонда «Бүре һәм кәзә бәрәстәре» әкиәтен заманса итеп сәхнәләштереп, тамашасы күңелен яулап ҡайттылар.

Ауылдаштарыбыҙҙы ҡыуандырып Әлмәс клубы һәүәҫкәрҙәре Ә.Кәлимуллиндың «Урыҫ килендәре» тамашаһын күрһәтте. Донъя мәшәҡәттәренән арындырып, күңелдәрҙе күтәреп, байрамға йәм өҫтәне улар.

Каникулдар тамамланһа ла, бындай әһәмиәтле тамашалар артабан да үткәрелеп торасаҡ, ә киләһе ялда иһә балаларға тағы ла мауыҡтырғыс саралар тәҡдим итмәксебеҙ.


Автор: Кинзябаева Гульназира Гильметдиновна, заведующая Бикбулатовской сельской библиотекой
Фото автора
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1333 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024