15:53
Күгәрсен - изге ерем
Ағиҙел һәм Эйек уртаһында
Йәйрәп ята изге илгенәм
Күгәрсенем ғәзиз ерем минең
Иң яҡыным берҙән-бергенәм
(Рәмил Йәнбәк)

Һәр кешенең күңеле рухи аҙыҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Тәнебеҙҙе ризыҡ менән туҡландырһаҡ, йәнебеҙ, рухыбыҙ менән әҙәбиәткә, шиғриәткә, нәфис һүҙ сәнғәтенә тартылабыҙ.

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Тәүәкән моделле ауыл китапханаһы Әҙәбиәт йылына, Күгәрсен районының 85 йыллыҡ юбилейына арналған шиғырҙар бәйгеһен уҙғарҙы.


Әҙәбиәт һөйөүселәр, китап яратҡандар, рухи, мәҙәни, әҙәби тормошҡа битараф булмағандар йыйылды был байрам сараһына.

Шиғриәт, әҙәбиәт байрамында гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағирҙарын, яҙыусыларын, изге еребеҙ Күгәрсен районынан сыҡҡан яҙыусыларыбыҙҙы билдәләп үттек. Зәйнәб Биишева, Александр Филиппов, Рәмил Йәнбәктең ижадтарына айырым туҡталдыҡ. Тыуған еребеҙгә дан йырлаған шиғырҙарын яңғыраттыҡ.

Тәүәкәндән Роза Рәхимова үҙе яҙған шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Тормошсан, кешеләрҙең уй –кисерештәрен, хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән шиғыр уйланырға мәжбүр итте. Рәйсә Ремеева бәйгегә яҡташ шағир Вәғиз Мәғизовтың “Тыуған ерем” шиғырын әҙерләгән ине. Күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләне шиғырҙы. Вәғиз Мәғизовтың “Юғалттым” исемле шиғыры менән дә таныштырып үтте.

Ҡәҙерләгеҙ яҡын кешегеҙҙе,
Хәтеренә ҡаты ҡағылмай.
Кеше бит ул көмөш тәңкә түгел,
Бер юғалһа ҡабат табылмай.

Ошондай юлдар менән тамамланған шиғыр аша, Рәйсә апай яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡырҙы.

Күрше Аҙнағол ауылынан килгән Владик Ҡыҙрасов район гәзите биттәре аша күптәргә таныш. Үҙе ижад иткән шиғри күстәнәстәре менән ихлас уртаҡлашты. Бәйгегә әҙерләгән “Гөрләй-Күгәрсендәр” шиғырынан тыш, гүзәл заттарға, тәбиғәткә арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Күгәрсен-ҡош-тыныслыҡ билдәһе
Шуға халҡым тыныс-һәләтле,
Эшләй ҙә ул, ял да итә белә
Иҫтән сығармайынса әҙәпте.
( В. Мәғизов)

Ошо шиғри юлдар менән, сәй табыны артында тамамланды был күркәм сара.

Саитбаталова Ляля Нурулловна, заведующая Тавакановской МБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1930 | Добавил: РФ | Теги: Тавакановская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024