09:49
Халыҡтың үлемһеҙлеге - уның туған теленең үлемһеҙлегендә
"Халыҡтың үлемһеҙлеге - уның туған теленең үлемһеҙлегендә" - башҡорт теленә арналған китаптарға байҡау.

Тел милләтте милләт иткән иң мөһим шарт.
(Ш.Анаҡ)


14 декабрь - башҡорт теле көнө.

Башҡорт теле төрки телдәрҙең көнбайыш ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай. Төҙөлөшө буйынса уға хәҙерге татар, ҡаҙаҡ, ҡарасәй-балҡар, нуғай ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ телдәре иң яҡын булып тора.

Башҡорт теле өс диалекттан тора: көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш. Хәҙерге әҙәби тел тәүге ике диалектҡа нигеҙләнгән. Төньяҡ-көнбайыш диалект татар теле йоғонтоһон кисергән.

Башҡорттар ХIX быуат аҙаҡтарына тиклем дөйөм төрки яҙма әҙәби телен ҡуллана. Ошо ваҡыттан яңы әҙәби тел тыуа башлай. Хәҙерге әҙәби тел ХХ быуаттың 20-30 йылдарында формалаша. 1918 йылға тиклем ғәрәп алфавиты ҡулланыла. 1923 йылда ул бер аҙ үҙгәртелә һәм башҡорт теленә яраҡлаштырыла. 1928-1929 йылдарҙа латин графикаһы ҡабул ителә. 1940 йылда яҙма рус алфавитына (кириллицаға) күсерелә. 42 хәрефтән торған ошо алфавит әле лә ҡулланыла.

Гульфия Ихсанова, главный библиотекарь Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 363 | Добавил: РФ | Теги: Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024