11:30
"Хыял иле менән фани донъяны тоташтырыусы"
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены кавалеры Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова тәбиғәттең иң сағыу сихри мәлендә үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Мөғжизәле Пушкин әкиәттәрен башҡортсаға әйләндергән яҙыусының һәр бер әҫәре бала тормошона бәйле. Киң билдәле әҙибә, һоҡланғыс шәхес, балаларҙың һәм ололарҙың яратҡан яҙыусыһы, оҫта әкиәтсе Айһылыу Йәғәфәрованың: «Минең әкиәттәремдә тылсым көсө шундай ҡөҙрәткә эйә, һәр ваҡыт изгелек өҫкә сыға, уларҙың һәр береһенең нигеҙенә тәрбиәүи мәғәнә һалырға тырышам» тигән һүҙҙәре бар.

Зәйнәб Биишева исемендәге паркта яҙыусының ижады менән танышыу үтте. Балалар яҙыусының шиғырҙарын, әкиәттәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар.


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 671 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024