14:59
Үләнле ер – үлмәгән...
Үләнле ер – үлмәгән, кейекле ер - бөлмәгән.

Ауылдыбыҙҙың төп урамы Шәкир Янбаев урамының осонда тирә – яҡҡа йәм өҫтәп Ишәй тауы ҡалҡып тора. Был тауҙа элек Ишәевтар ырыуы йәйләй торған булған. Ырыу башлығы Ишәй ҡарт хөрмәтенә, ул үлгәндән һуң тауҙы Ишәй тауы тип атағандар. Ишәй тауының файҙаһын халыҡ күп күргән һәм күрәбеҙ.

Төрлө үлән, төрлө сәскә үҫә бит һиндә, Ишәй!
Яҙлы – көҙлө барса хайуан, тик һинең менән йәшәй.
Май айында ҡарың эреп, йәм - йәшел була башың
Йәше – ҡарты туй яһайҙар – ҡарға бутҡаһы – ашың.
Йәш егеттәр таштарыңа ултырып моңланалар,
Төрлө көйҙәр уйналып, ҡурайға шатланалар.
Унда сабып, бында сабып, йәш балалар шатланып,
Яҙғы туйҙы хөрмәт итә,йүгерәләр ҡанатланып.
Шул Ишәйҙә ҡыш көнөндә, бит балаларың ни эшләй?
Сана – саңғы эҙе менән, сып – сыбар була Ишәй.
Ҡыйғыр ҡоштай уҡыусылар, һикереп – осоп төшәләр,
Шундай ҡыҙыҡ шыуалар, бер – бер артлы төшәләр.
Шул уҡыусыларға ярҙам, һин дә бирәһең, Ишәй!
Һиндәге дәрес ҡыҙыҡлы, «дүрт», тә «биш» була Ишәй.
Бер яғында аҡ ҡайындар, шаулап үҫә Ишәй,
Итәгендә тал – муйылдар, гөрләшеп үҫә Ишәй!
Һыу буйында шыр туғайҙа, ҡоштарың һайрай, Ишәй!
Йәш күңелдәрҙе ярһытыр, ҡөҙрәтең барҙыр Ишәй!

Тауыбыҙҙы данлап яҙған бәйеттең авторы Бөйөк Ватан һуғышы яугире, ауылыбыҙҙың хөрмәтле булған аҡһаҡалы Ғәббәсов Искәндәр Дәүләтбирҙе улы була.

Ишәй тауының башында үҫкән яңғыҙ ҡайын яны билдәле яҙыусы, яҡташыбыҙ Шәкир Мәхиән улы Янбаевтың яратҡан урыны булған. Ул тау башынан асылған күренешкә: аҫта йәйрәп ятҡан ауылыбыҙға, икенсе яҡта тауҙар теҙмәһенә, һул яҡта һуҙылып киткән юлға, ә тауҙың арт яғында ҡуйы урманға һоҡланып ҡарар булған. Бәлки, ошонда илһам ҡошо ҡунып, ижадҡа орлоҡ емеше һалынғандыр.

Бына ошондай сихри, мөғжизәле, матур, тарихҡа бай тәбиғәт ҡосағында беҙҙең дәрес үткәрелде. Тәбиғәт беҙҙе төрлө төҫтәге сағыу сәскәләре, йәм йәшел үләндәре, әллә ҡайҙа борхоп таралған еләк еҫтәре менән ҡаршы алды. Шул тиклем тирә яҡтың матурлығына һоҡланып, аяҡ аҫтында һыпырылып ятҡан еләккә баҫмайынса, йә күбәләк, йә ҡош булып ҡына осоп үтһәңсе! Бер минут ҡына тын ҡалып тәбиғәтте тыңлайбыҙ: төрлө диапозонда сиңерткәләрҙең сырылдауы, ҡоштарҙың һайрауы, аҫта ғына йылғаның сылтырап аҡҡан тауышы күңелгә дауа булып һалынды. Тау башындағы яңғыҙ ҡайынға барып еткәнсе үләндәрҙең халыҡ телендә, медицина өлкәһендә нисек аталыуы менән танышып барҙыҡ.

Борон беҙҙең инәй – өләсәйҙәребеҙ магазиндан барып сәй ала алмағандар, ә үҙҙәре йәй етеү менән әҙерләгәндәр. Үҙҙәре яһаған сәйҙәр сәләмәтлеккә бик файҙалы ла, тәмле лә булған. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра – тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәгәндер инде. Боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрөү, тергеҙеү маҡсаты менән «Башҡорт сәйе» тип аталған мастер - класс балаларға күрһәтелде. Тауҙың тарихы менән дә танышып үттеләр. Артабан рәхәтләнеп йөрөп, «ятып» балалар еләк ашанылар, һуңынан төрлө уйындар уйнап ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡайтыр алдынан дарыу үләндәрен йыйып, балалар әсәйҙәре ярҙамы менән өйҙә сәй яһап ҡарарға булдылар. Сәйәхәт аҙағында балалар ошондай фәһемле дәресте тағы ла алырға теләүҙәрен белдерҙеләр.


Ҡыҙыҡһынһағыҙ, һеҙҙең дә ихтибарығыҙға сәй яһау ысулдарын тәҡтим итәбеҙ.

Башҡорт сәйе яһау ысулы:

1) Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә (зверобой), кейәү үләне, ҡарағат япрағы, ер еләге япрағы, ҡурай еләге япрағы, һалырға мөмкин әҙ генә еҫле үлән (мята) һәм сейә япрағы әҙ генә. Сейә япрағын күберәк һалһаң әсе була сәйе. (Бер төлөһө үләндең ярамаһа, ҡушмаҫҡа ла мөмкин).
2) Һабағынан таҙартаһың.
3) Бөтә үләндәрҙе бергә бутайһың һәм бер һауытҡа һалып киле йәки туҡмаҡ менән тысылдатып төйөп иҫәһең, хатта үләндең һуттары сығып китә.
4) Артабан элек киндер тоҡҡа йәки ҡалыныраҡ туҡыманан яһалған тоҡҡа һалып ҡуяһың, бер нисә көнгә. Хәҙерге ваҡытта полиэтилен тоҡ тотонһаң да була. Тоҡ эсендә үләндәр бәһәреп ята.
5) Ваҡыты – ваҡыты менән ыуалап – ыуалап торорға кәрәк, сөнки күгәртергә ярамай.
6) Бер нисә көндән һуң шытырлатҡансы киптерәһең йәки мейестә, ҡояшта ла мөмкин, хәҙерге ваҡытта духовка ла киптерергә була. (Солтанморатова Нәфисә апайҙан яҙып алынды).

Башҡорт сәйенең икенсе ябай ысулы:

1) Шул уҡ үләндәрҙе һабағынан таҙартаһың;
2) Үләндәрҙе бутайһың һәм ҡаҙанға йәки ҙур кәстрүлгә һыу һалып бергә, быҡтырырға ҡуяһың;
3) Ҡайнап сыҡҡас та һөҙөп алаһың;
4) Киптерергә һалаһың (мейестә лә, ҡояшта ла, духовҡала ла мөмкин);
5) Киптергәс ыуалайһың һәм сәй әҙер. ( Сафина Хөснә апайҙан яҙып алынды).

Ҡабаҡ сәйе

Ҡабаҡтың тышын ыуаҡ итеп кенә турайһың да ҡыҙыу мейестә киптереп алаһың. Тәмгә тәмле генә була. (Солтанмоватова Нәфисә апайҙан яҙып алынды).

Гульназира Кинзябаева, заведующая Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1741 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024