10:29
Ғ.Сәләмдең тыуыуына 105 йыл
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың күренекле шағиры Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 105 йыл тулды. Ғүмере ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, ун йылға тулыр-тулмаҫ ижад дәүерендә ул ”Шоңҡар”, ”Бала”, ”Өс йыр” кеүек поэмалары, гүзәл лирик әҫәрҙәре менән әҙәбиәтебеҙ тарихында күренекле урын алырға өлгөрҙө.

Ғ.Сәләм заман һулышын, донъялағы үҙгәрештәрҙе тиҙ тойоусы иң уяу шағирҙарҙың береһе - сая шоңҡар булып күҙ алдына баҫа. Ғ.Сәләм ижады үрнәгендә бына инде нисәнсе быуын уҡыусы бала тәрбиәләнә. Ошо уңайҙан башҡорт гимназия-интернатында уҡыусы балалар өсөн “Шиғриәт шоңҡары” исемле әҙәби әңгәмә үткәрелде.


Кескәйҙәр өсөн яҙылған тапҡыр шиғырҙары, башҡорт әҙәбиәтендә идея-художество эшләнеше яғынан иң күренекле, иң тулҡынландырғыс әҫәрҙәренең береһе “Шоңҡар” поэмаһы, күтәреңке рух менән яҙылған ”Республика иртәһе” шиғыры һәм башҡа әҫәрҙәренең дә симфония кеүек киң һулышлы булыуы хаҡында уҡыусылар менән фекер алыштыҡ. Илһөйәрлек, ғәҙеллек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙың хәҙерге көндә лә бик актуаль булыуын асыҡланыҡ.

Рамзия Зайнуллина, Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1347 | Добавил: РФ | Теги: 2016Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024