10:10
Мәңгелек наҙ – башкорт шәле
Ниһәйәт, беҙҙең Урал ауыл биләмәһе Бикбулат ауылын да ла, районыбыҙға 85 йыл тулыу айҡанлы «Мәңгелек наҙ – башкорт шәле» исемле шәл байрамы уҙғарылды. Сараға бик куп ауыл халҡы йыйылды, йыйылыу ғына түгел, ә “Оҫта ҡуллы Бикбулат уңғандары” исемле күргәҙмәгә үҙҙәренең аллы-гөллө ҡул эштәрен дә алып килгәндәр ине. Унда ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрле, мамыҡ шәлдәр, төрлө биҙәкле бейәләй һәм ойоҡбаштар, йәйғор төҫлө түшәктәр һәм башҡа сағыу-сағыу бәйләнгән әйберҙәр бар ине. Ул эштәрҙең оҫталары: өлкән быуындарҙан Солтанморатова Нәфисә, Сафина Хөснә, Такаева Вәсилә, Алдашева Гөлсөм , урта быуындарҙан- Хәҙисә һәм Хәбирә Кинйәбаевалар, Малышева Зәбилә, Иҫәнгильдина Рәүилә, Иҫәнголова Зөмәрә, Әлфиә һәм Разифа Сафиналар, Ишаева Көнһылыу, ә йәштәрҙән Нәзилә Сафина, Юлиә Акназарова. Мәктәп коллективы «Их, үҙебеҙҙекеләр» , ә ауыл китапханаһы «Серле йомғаҡтар» исемле бай күргәҙмәләрен ҡуйҙы.


Байрам мәктәп тамашалар залында дауам итте. Сәхнәлә ауылыбыҙҙың фольклор ансамбле, кис ултырыу формаһында кәзә дебетен эшкәртеү йолаһын театрлаштырҙы (Режиссеры, тел оҫтаһы Гөлсәсәк Солтанморатова). Кәзәнең кешегә күпме файҙа килтереүе лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Кис ултырыу йолаһы уйын-көлкө, шаян мәҙәктәр, йомаҡтар, бейеүҙәр, тапҡыр таҡмаҡтар әйтеш менән дауам итте. Кисә барышында әйтелгән таҡмаҡтарҙың ижад итеүселәре Ижбаева Гәүһәр һәм Вәсилә Исхакова. Кескәй генә артисыбыҙ Каҙарғолов Иҙел башҡарыуында «Һыбайлылар» бейеүе тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Элекке ауыл хаҡимиәт башлығы Айҙарбәков Альберт Ғимран улы хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан ауылда үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай, өҙҙөрөп гармунда уйнаһынмы, дер һелкетеп бейеһенме. Кис ултырыу йолаһында өй хужабикәһе ролен Зөмәрә Иҫәнғолова бик ихлас һәм йәнле итеп алып барҙы.

Ауылыбыҙҙың кешеләренә шул тиклем һәүәҫкәр, талантлы булыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала: ҡул эштәре тиһеңме, йыр, бейеү, таҡмаҡтар сығарыу тиһеңме - бөтә яҡлап та оҫталар. Был сара бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.

Гульназира Кинзябаева, заведующая Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1801 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024