21:02
Мәүлит байрамы
Ислам донъяһында Мәүлит байрамы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Мосолман календары буйынса был өсөнсө айҙың 12-се көнөндә үткәрелә. Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо бөтөн иманлыларҙан иманлы булыуы менән айырылып тора. Бындай юғары сифаттарға эйә булған кешене һәр ваҡыт иҫкә алып тороу – мосолмандың төп фарызы.


Күгәрсен китапханаһында Мәүлит кисе үткәрелде. Нурия апа тарафынан аяттар, мөнәжәттәр уҡылды, вәғәздәр әйтелде. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлы, ҡылған изгелектәре тураһында һөйләп үтте. Һәр кем салауат әйтте. Кисә һуңынан сәй эсеү менән тамамланды. Кисә “Сердәшләр” клубы вәкилдәре – Валитова Фәрәһия, Сахапова Минсылу, Якиева Фәридә, Хайбуллина Зөлфийә һәм Зәйдә, күрше ауылдан килгән кунактар менән үткәрелде. Был, әлбиттә, динебеҙ, халҡыбыҙға иман, нур ҡайтһын өсөн атҡарылған эш. Киләһе йылдарҙа ла уны билдәләп торорға яҙһын. Амин.


Зульфира Курбанаева, зав. Кугарчинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1783 | Добавил: РФ | Теги: Кугарчинская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024