10:01
Милли китапханаға - 180 йыл
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы оло юбилейға әҙерләнә: ағымдағы йылдың 25 мартында 180 йыл тула. Ошо уңайҙан, районыбыҙҙың Нукай ауыл биләмәһе китапханаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булыусы Көҫәпова Минзифа Зәйнулла ҡыҙы ҡотлау шиғырын тәҡдим итә.

Халҡыбыҙҙың бөйөк улын ҙурлай
Илебеҙҙең милли китапханаһы.
Зәки Вәлидиҙең исемен һаҡлай,
Быйыл унда - китап байрамы.
Ғорурланам - китапханасы мин,
Китап-дуҫтар булды юлымда.
Үткәндәрҙе оноттормаҫ өсөн
Китапханасы тора һағымда.
Китапханасы...Белем менән бергә
Йылылығың күсә уҡыусыңа.
Ҡулымдан килһә тәүгеләрҙән булып
Һәйкәл ҡуйыр инем КИТАПХАНАСЫҒА!



Рамзия Зайнуллина, заведующая отделом башкирской и краеведческой литературы
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1616 | Добавил: РФ | Теги: 2016Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024