14:48
"Минең йәшәү тамырҙарым - Башҡорт ерендә"
14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Бөгөн шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республика билдәләй.

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры тарафынан 2016 йылдың 22 мартында раҫланған бойороғона ярашлы 14 декабрь Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө Башҡорт теле көнө тип билдәләнә.

Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә. Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында һ. б. таралған.

Туған тел-ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Тел-ул халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы, уға тиң баһа юҡ.


Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым -
Башҡорт ерендә. (Р.Шәкүр)

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйкөмлө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле. (З.Биишева)

Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар. (Р.Бикбай)

Һәр бер һүҙе яҡын миңә
Халҡым ижад иткән телемдең,
Уралымдың байлығы бар унда,
Күркәмлеге йәшәй илемдең. (Ә.Вахитов)

Телем-хәтәр ҡоралым,
Телем, һин-уҡ – һаҙағым. (Т.Йосопов)

Минең телем-тыуған ерем, әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы, таҙа намыҫы. (Б.Бикбай)

Үҙ әсә телем-минең өсөн матур, иң тәмле тел,
Үҙ телем,үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел. (М.Ғафури)

Кешеләрҙе ерҙә тел йөрөтә,
Тылсым асҡысындай тел үҙе;
Йәнебеҙгә, тәнебеҙгә дауа -
Беҙҙең телебеҙҙең. (Р. Шәкүр)

Телдән дә көслө нәмә юҡ. Тел ҡылыстан да үткер.Һүҙ үлтерә лә, терелтә лә ала. Тел йыуата ла, илата ла, уттарға ла һала, тартып та ала. Халыҡ тигән бөйөк көстө бәйләп тотҡан ҡөҙрәт-уның туған теле. Теленән яҙмаған һәр кеше ошо бөйөк көстән рухланып, илһам алып йәшәй.

Әсә теле-осҡонло тел, йөрәккә ялҡын илтә,
Йөрәккә ялҡын илтә лә халҡыма яҡын итә.
Туған тел - быуындарҙы быуындарға бәйләп торор ҡөҙрәт. (М.Бураҡаева)

Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 544 | Добавил: РФ | Теги: Сатлыковская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024