09:32
"Ҡояш - йомғаҡ тулһын күңелдәргә!"
15 декабрҙә Нуҡай ауыл китапханаһында башҡорт балалар шағиры, яҙыусы, тәржемәсе Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы сара үтте. Балалар уның бала сағы һәм ижады менән таныштылар. Уның ижад иткән китаптарынан «Ҡояш - йомғаҡ тулһын күңелдәргә!»тип аталған күргәҙмәһе ойошторолдо. Рәсимә Ураҡсина балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән билдәле. Уның "Бәпес ҡайтты", "Тыуған ерем - торған ерем", "Йомро-йомро ер шарым" китаптарында төрлө йылдарҙа яҙылған мауыҡтырғыс шиғырҙары, хикәйә һәм пьесалары тупланған. Шиғырҙары баланың көндәлек тормошо, уйындары менән бәйле, бигерәк тә кескәйҙәрҙең телен астырыуға, ятлап алыуға уңайлы. Балалар "Яҡшылыҡ", "Уңғанлыҡ", "Тел", "Йомартлыҡ", "Ихласлыҡ", "Сабырлыҡ", "Изгелек" шиғырҙарын матур итеп уҡып сыҡтылар. Рафикова Айгөл, Байғүбәков Илнар, Аккильдина Сабина буш вакыттарында уҡырға өйгә лә алдылар.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 522 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024