18:59
Ҡорама байрамы
Районыбыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһы ҡатнашлығында Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортонда “Ҡорама байрамы” үткәрелде.

Башҡорт тирмәһенең эсен хәтерләткән күргәҙмәне сигеү һәм бәйләм эштәре, төрлө төҫтәге ҡорамалар биҙәне. Ағинәйҙәр тырышлығы менән халҡыбыҙҙың боронғо оҫталығы быуындан-быуынға күсә. Республика кимәлендә уҙғарылған конкурстың һәр төбәктә яҡлау табыуы ла ошоға ишара.


Был байрамда Теләүембәт ауылы ағинәйҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Бигерәк тә Кильдиярова Сания, Шәфәғәтова Альфинур, Йәнберҙина Мәрйәм, Хайсарова Нәркәс, Иҙельбаева Резеда һәм Бикбаева Шәмсиә апайҙарыбыҙ ошо байрамға үҙҙәренең милли аш-һыуҙары һәм ҡул эштәре менән ҡыуандырҙылар.

Ф.Идрисова, зав. Тляумбетовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1762 | Добавил: РФ | Теги: Тляумбетовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024