15:21
Ҡоштар - ҡанатлы дуҫтар
1 апрель – бөтә донъя ҡоштар көнө. Орнитологтарҙың иҫәпләүе буйынса, Ер йөҙөндә 8600–ҙән ашыу ҡош төрө бар. Шуларҙың 300-ләбе Башҡортостанда осрай. Ә иң күп төрө - күсмә ҡоштар яҙ етеү менән тыуған яҡтарына ашыға. Юлда күпме ауырлыҡтар кисерә улар: бурандарға, ҡойма ямғырҙарға эләгеп, хәлдән таялар. Ҡоштарҙың иң көслөләре беренсе булып килеп етәләр.

Сыйырсыҡ,сыйырсыҡ,
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң
Түгелһен моң-көйөң!

Эйе, сыйырсыҡтар кешеләргә тик файҙа ғына килтерә. Мәҫәлән, 1 пар сыйырсыҡ, балаларын осороп ебәргәнсе, 8 меңләп зарарлы ҡорттарҙы ҡыра! Ҡоштар-тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге, үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй.

“Уралҡай” балалар баҡсаһының ”Бал ҡорттары” төркөмөндә ҡоштар тураһында йәнле һөйләшеү булды: күренекле яҙыусыларҙың яҙ миҙгеле, ҡоштар хаҡында шиғырҙарын ихлас тыңланылар, йомаҡтарға яуап эҙләнеләр һәм ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы яратырға, ояларын туҙҙырмаҫҡа һүҙ бирҙеләр.


Рамзия Зайнуллина, зав.отделом башкирской и краеведческой литературы
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 2536 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024