17:22
"Рәми рухы - күңелдәрҙә"
10 февралдә Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡоростандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған "Рәми рухы - күңелдәрҙә" исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Был фәһемле сараны Юлдыбай ауыл биләмәһе китапханасылары һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләне. Әҙәби сарала китапханасылар шағирҙың ижады, тормошо һәм "Ижади мираҫы үлемһеҙ" исемле әҙәби күргәҙмә менән таныштырып үттеләр. Шулай уҡ Рәми Ғариповтың билдәле шиғырҙары һәм ҡәләмдәштәренең шағирға бағышлап яҙылған шиғырҙары уҡылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған "Ат эсерҙем йылауҙан", "Кәкүк", "Үтте лә китте йәшлегем" йырҙары йырланды.
Әҙәби сара бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Розалия Кутлугильдина, главный библиотекарь Новохвалынской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 111 | Добавил: РФ | Теги: Новохвалынская СБ, Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar