10:23
Әсәйҙәргә дан йырланды Тәүәкән сәхнәһенән
Әсәйҙәр донъя ҡото! Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына тормошта һәр беребеҙ инанабыҙ.

Тәүәкән ауылында үткән әсәйҙәр көнөнә арналған кисә “Балам тиеп, тибә йөрәгем” тигән исем аҫтында, ғәзиз кешеләребеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр менән һуғарылып үтте. Сағыу сығыштар, тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде. Мәҙәниәт усағы байрам төҫө алған, әсәйҙәр көнөнә арналған стенгазеталар эленгән, сәхнә байрамса биҙәлгән. Матур күлдәктәрҙә шат йылмайышып балалар күбәләктәй өйөрөләләр.

Байрам сараһы әсәйҙәрҙең ер йөҙөнә фәрештә итеп яратылыуы тураһындағы хикәйәт менән башланып китте. Мәктәп уҡыусылары Розалия Ғәлиева, Эльза Рәхимова һөйләгән әсәйҙәр тураһындағы шиғырҙары. Уҡыусы ҡыҙҙарҙың башҡарыуында «Күбәләктәр” (етәксеһе Гөлсинә Ҡараҙбаева) “Беләҙек” бейеүҙәре, Аделина Хәсәнова, Азалия Шәһәрованың йыры, Рузил Шәһәровтың гармунда уйнауы байрам кисәһенә йәм өҫтәне.


Кисә барышында Рәҡиә Әлмөхәмәтова, Сәриә Ғәлиева, Гөлдәр Әбдрәхимова, Нәҡиә Вәлитоваларҙың монло йырҙары, Әлмира Әбдрәхимованың дәртле таҡмаҡтары яңғыраны. Күнйәп балалар ансамбленең (етәксеһе Гөлдәр Әбдрәхимова) ҡыҙҙары башҡарыуындағы йырҙар кисәне биҙәне.
Үткән йылда Гөлдәр Ғөбәйҙуллина үкәргән “Әсә йылмайыуы” тип аталған конкурс быйыл үҙ дауамын фото һүрәттәрҙән слайдтарҙа сағылыш тапты. Азат Бикбов әҙерләгән “Әсә көнө”нөң тарихын сағылдырған презентацияны ҡарау менән берлектә дауам итте концерт программаһы.

Тамашасылар Күгәрсен һандуғасы - 2014 конкурсында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булыусы Нәсимә Дәүләтбаеваның сығышын йылы алҡыштарға күмделәр. Нәҡиә Вәлитова менән бергә башҡарған әсә тураһындағы йырҙары тамашасы күнеленә хуш килде, дәррәү алҡышлап, яңынан сәхнәгә сығыуҙарын һоранылар. Тамашасы хөкөмөнә “Күнйәп” балалар ансамбле әҙерлек төркөмө менән бергә флешмоб тәҡдим иттеләр. Байрам концерты һуңында Ғәйфулла Әлмөхәмәтов көләмәстәр уҡып көлдөртһә, Рөстәм Әбдрәхимов яңғыратҡан гармун моңдары күңел ҡылдарын тибрәлтте. Гөлдәр Әбдрәхимова ойоштороп, алып барған әсәйҙәргә дан йырлаған байрам кисәһе, йәннәт әсәләрҙең аяҡтары аҫтында тигән, хаҡ һүҙҙәр менән. Күнелдәрҙә яҡты хәтирәләр ҡалдырып тамамланды.

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - әсә булыуҙа, балаларында. Ҡәҙерлеләребеҙҙең йөҙҙәренән шат йылмайыу китмәһен, балалары хаҡына өҙгөләнгән әсә йөрәге, тик ҡыуаныстан ғына типһен.

Ләлә Сәитбаталова Тәүәкән ауыл китапханасыһы.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1445 | Добавил: РФ | Теги: Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024