17:59
"Әсәйем - күҙ нурым"
Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр!

Юлдыбай ауылы китапханаһы һеҙҙе, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешеләрҙе, матур байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләй һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәрен еткерә. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Байрамығыҙ ҡотло, тормошоғоҙ бәхетле, донъяларығыҙ имен булһын!Байрам менән, һөйөклө әсәйҙәр!

Ошо байрамға айҡанлы Юлдыбай ауылы китапханаһында "Әсәйем - күҙ нурым" исемле әҙәби күргәҙмә әҙерләнгән ине. Әҙәби күргәҙмәлә әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар, ҡатын-ҡыҙ тормошо тураһында әҫәрҙәр, бәләкәй балалар өсөн хикәйәләр тәҡдим ителде.


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 322 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024