20:06
Шашка һәм шахмат ярыштары
Бикбулат ауылында ике көн рәттән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы һәм Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған Урал ауыл биләмәһе призына шашка, шахмат ярышы уҙғарылды.

Тәүге көндә отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында 25 уҡыусы ҡатнашты.

1995-1997 йылғы уҡыусы балалар араһынан «Иң яҡшы шахматсы», «Иң яҡшы шашкасы» исемен 11-се синыф уҡыусыһы Айтуған Баймырҙин яуланы, икенсе урынға шул уҡ синыфтан Ҡәҙерғолов Хәниф һәм Ишимов Рәмзил сыҡты. Ҡыҙҙар араһнан «Иң яҡшы шашкасы» исемен Әнисә Тимербаева , икенсе урын 11-се синыф уҡыусыһы Иҫәнгильдина Нуриҙә, ә өсөнсө урынды 10-сы синыф уҡыусыһы Сафина Ғәлиә яуланы. 1998-2001 йылғы уҡыусы балалар араһынын «Иң яҡшы шашкасы» исемен 7-се синыф уҡыусыһы Фәттәхова Айгөл, икенсе урынға 8-се синыф уҡыусыһы Сафина Гүзәл, ә өсөнсө урынға 7-се синыф уҡыусыһы Ғәббәсова Ынйы сыҡты.

Икенсе көндө көнкүреш мәшәҡәттарен ҡалдырып ауыл халҡы китапханаға шашка уйынына йыйылдылар. Бөтәһе 18 кеше ҡатнашты. Ир-егеттәрҙән: Кинйәбаев Сафа А., Кинйәбаев Йәмил Ә., Калкаманов Ильнур Ә., Фәттәхов Хәмзә Ш., Нуриманов Зәғәфүрән, Айҙарбәков Альберт Ғ., Сафин Исмәғил Ә.,Фәттәхов Ришат Ш., Акназаров Илдар Р., Кинйәбаев Рәмил Т. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан: Акназарова Юлиә Х., Абдуллина Фәүзиә Ә., Ҡәҙерғолова Рәмзиә З., Сафина Гөлбәҙәр Д., Аслаева Альбина Д., Ғәббәсова Гөлсәсәк Й., Сафина Лилиә, Кинйәбаева Гөлнәзирә Ғ.

Ир-егеттәр араһындағы 10 ҡатнашыусының өсәүһе «Иң яҡшы шашкасы» исемен яуланы: Сафин Исмәғил Әхмәтғәли улы, Айҙарбеков Альберт Ғимран улы, Кинйәбаев Сафа Алтығужа улы, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Абдуллина Фәүзиә Әхмәҙулла ҡыҙы, Акназарова Юлиә Хәсән ҡыҙы лайыҡ булдылар.

Ауыл китапханаһында ла ошо сараға бағышланған «Мөғжизәле сатраш илендә» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ике көн буйына барған уйын ҡатнашыусыларға күтәренке кәйеф, ярыш сәме, еңеү шатлығы бүләк итте. Еңеүселәргә Урал ауыл хәҡимиәте башлығы Рәмил Тимерғәле улы Кинйәбаев бүләк һәм маҡтау грамотаһы тапшырҙы.

Ауыл халҡы был саранан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм икенсе юлы ла ҡатнашыу теләген белдерҙе.


Автор: Кинзябаева Гульназира Гильметдиновна, заведующая Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1997 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024