10:47
Шиғриәт һөйөүселәр!
Шиғриәткә ғашиҡ йәндәр бихисап Тәүәкән ауылында. Күңел өсөн китапханабыҙҙан шиғри йыйынтыҡтар алып уҡыусылар, төрлө сараларҙа ҡатнашып, халыҡ алдында сығыш яһаусылар. Хаҡлы ялда булған уҡытыусы Рәйсә Әбделхәй ҡыҙы Рәмиева бер саранан да ситтә ҡалмай ауылдаштарына күңелдәргә үтеп инерлек итеп шиғырҙар һөйләп ишеттерә. Үҙе ижад иткән шиғырҙары менән дә ихлас бүлешә.

Үҙәк район китапханаһында үткән шиғриәт байрамында ҡатнашып рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы уҙған асыҡ республика тасуири уҡыусылар видеоконкурсында Тәүәкән ауылынан Сәриә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлиева, Нәҡиә Сәрүәретдин ҡыҙы Вәлитовалар ҡатнашты. Шиғриәт һөйөүселәргә әүҙем булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 881 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024